ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 05.02.2016

Рәсәй иҡтисады өсөн рецессия күренеше артта ҡалды. Илдең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев  фекеренсә, күрһәткестәр ике квартал дауамында туҡтамайса түбән тәгәргән осраҡта ғына рецессия тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Рәсәйҙә был күҙәтелмәй.

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы пальма майы менән газлы һыуға акциздар индереүҙе хуплай. Был турала ведомтво етәксеһе Александр Ткачев Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһы сьезында белдерҙе. Рәсәй хөкүмәтендәге сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, акциздар 1 июлдән ғәмәлгә инеүе ихтимал.

ХХХ
Рәсәйҙең сит илдәр эштәре министры Сергей Лавров Ҡушма Штаттар етәкселегендәге террорға ҡаршы коолицияның аныҡ маҡсаты юҡ тип билдәләне. Оман солтанлығында үткән матбуғат конференцияһында ул, хеҙмәттәшлек тәҡдименә яуап юҡ, был коолицияның террорсыларҙы сәптә тотоуы икеле, тип белдерҙе. Рәсәй баштан уҡ көнбайыш партнерҙары менән Сүриәләге террорға ҡаршы операцияла берлектә эш итергә саҡырғайны. Әммә был башланғыстар әлегә яуапһыҙ ҡала.

хххх
Европа берлеге дәүләттәре Төркиәгә күскенселәр мәсьәләһен хәл итеү өсөн йүнәлтеләсәк 3 миллиардтан ашыу евроны үҙ-ара бүлешеп түләү тураһындағы килешеүҙе раҫланы. Иң ҙур иғәнә Германия өлөшөнә төшә 427 , Британия 327, Франция 309 миллион евро индерәсәк. Еврокомиссия тулы кимәлдә финанс ярҙам бүлеү менән Төркиә Сүриәнән күскенселәр ағымын көйләргә вәғәҙә бирҙе.

хххх
Молдавияның оппозициялағы социалистар партияһы киләһе аҙнанан  ҡаршылыҡ акцияларын дауам итергә йыйына. Улар парламентҡа ваҡытынан алда һайлау үткәреүҙе талап итә. Молдавияла Евроинтеграция яҡлы юғары  етәкселектең ҡырын эштәре фашланыуы сәбәпле, урам акциялары тынмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика