ДОНЪЯ ҺӘМ РӘСӘЙ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ҺӘМ РӘСӘЙ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 03.02.2016

Бөгөн иртән Таиландың көньяҡ провинцияһында ике Рәсәй кешеһе  ауыр тән йәрәхәттәре алған

Полиция мәғлүмәттәре буйынса, 30 һәм 48 йәшлек ирҙәр моторлы кәмәнең винтынан зыян күргән. Был ваҡытта ял итеүселәр  дайвинг менән шөғөлләнеү өсөн диңгеҙгә  төшкән булған. Ҡапыл уларҙың өҫтөнән юғары тиҙлектә барыусы  һыу судноһы үтеп киткән. Һөҙөмтәлә фажиғәгә тарыусыларҙың береһе тубыҡтан уң аяғын юғалта, икенсеһе лә ауыр  йәрәхәттәр менән дауаханаға һалына. Ғәҙәттән тыш хәлдә катер водителе ғәйепле тип иҫәпләнә. Сөнки был урында һыу транспортында  йөрөү  ҡәтғи рәүештә тыйылған булған.  

ХХХ
Украина эшҡыуары Игорь Коломойскийҙың Ялталағы «Форос» шифаханаһы бөгөн акционда 1 миллиард 400 миллион һумдан ашыуға һатылған.  Диңгеҙ буйындағы курорт комплексына Татарстандың профсоюздар федерацияһы хужа булған. Ҡырым властары белдереүенсә, һатыуҙан килгән аҡсалар урындағы халыҡтың Украина банктарында ҡалған вкладтарҙы ҡайтарыу өсөн йүнәлтеләсәк.  «Форос» шифаханаһының әлеге көндә  ярым емерек хәлдә булыуы билдәле. Әммә яңы хужалар уны киләсәктә йыл әйләнәһенә эшләйәсәк шифахана итеп төҙөкләндерергә ниәтләй.  

ХХХ
Төркиә 15-се февралдән Рәсәй журналистары өсөн визалы режим индерә. Был турала Төркиәнең Мәскәүҙәге илселеге хәбәр итә. Бындай ҡарар  сит илгә ҡыҫҡа ваҡытлы командировкаға юлланыусы хәбәрселәргә ҡағыла. Алдараҡ Рәсәй президенты Владимир Путин 2016-сы йылдың беренсе ғинуарынан Төркиә менән ғәмәлдә булған визаһыҙ режимды  туҡтатырға ҡушҡайны. Ошондай етди ҡарар былтыр ноябрҙә Төркиә хәрби-һауа көстәренең Сүриә күгендә Су-24 самолетын бәреп төшөргәндән һуң ҡабул ителде.  

ХХХ
«Колорадо Эвенланш» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Семен Варламов ғәйепле түгел тип танылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хоккейсының  2013-сө йылда Америка полицияһы тарафынан ҡулға алыныуы йәмәғәтселектә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Йәнәһе лә, бергә йәшәгән ҡыҙы уны  йәберләүҙә ғәйепләй. Бының өсөн Евгения Вавринюк  спортсынан 1 миллион доллар күләмендә компенсация  таптыра. Әммә модель туҡмалыуын иҫбатлаусы етерлек дәлилдәр килтерә алмаған. Шуға ла үҙенә хәҙер суд тотҡарлыҡтарын ҡаплау өсөн 126 мең доллар түләргә тура киләсәк. Ҡыҙҙың адвокаты был ҡарар менән килешмәй,  ялыу менән икенсе судҡа мөрәжәғәт итәсәген белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика