Донецк балаларына гуманитар ярҙам

Донецк балаларына гуманитар ярҙам 06.05.2017

Бөгөн  Өфөнән дарыу, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәгән микроавтобус юлға сыҡты.

Был Республиканың Украина халҡына тәүге  ярҙамы түгел, Башҡортостан гуманитар ярҙам йыйыуҙы даими рәүештә ойоштора. Был юлы бүләктәр Донецк ҡалаһының  балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре менән дауаханала ятыусы кескәйҙәр  өсөн тәғәйенләнгән. Акция Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм  йәмәғәт ойошмалары  ярҙамында  ойошторолған.
Алыҫ сәфәр алдынан юлға сығыусылар  Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Гуманитар ярҙам тейәгән йөк машинаһы Донецк ҡалаһына Бөтә Рәсәй Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән байрам көндәрендә барып етә.  Ойоштроусылар әйтеүенсә, көнсығыш украиналағы ҡалала был әйберҙәргә мохтажлыҡ ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика