Дим районының Дағстан урамындағы 25 йортта йәшәүселәр фатирҙарында ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүенә зарлана

Дим районының Дағстан урамындағы 25 йортта  йәшәүселәр фатирҙарында ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүенә зарлана 24.07.2015

Ғилфановтар был фатирға  былтыр күсенгән. Бүлмәләр яҡты, иркен. ОШоға тиклем дөйөм ятаҡта йәшәгән хужабикә  фатирҙарында күҙгә күренерлек етешһеҙлектәр булмауы хаҡында һөйләне. Күршеләрендә ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүе хаҡында ул тәүгә ишетә.

Әммә Дағстан урамының 25 йортонан фатир һатып алыусылар араһында йорттоң санитар торошонан ҡәнәғәт булмаусылар ҙа бар. Икенсе  ҡатта йәшәүселәргә  аш бүлмәһендәге елләтеү каналынан ваҡ бөжәктәр күпләп сығыуы тынғылыҡ бирмәй. Халыҡ йортобоҙ  бетләгән, тигән хәбәр тарата.
Ксения Грекова, Дағыстан урамында йәшәүсе: « Махсус рәүештә яңы төҙөлгән йорттан фатир һатып алдыҡ. Ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы. Йорттоң елләтеү каналынан бүлмәләргә ваҡ бөжәктәр тарала. Өйҙә ярмалар тотмайбыҙ, бәләкәй бала менән әсәйемдәрҙә туҡланабыҙ».
Был йорттарға  «Ағиҙел» торлаҡ хеҙмәтләндереү яуаплығы сикләнгән йәмғиәте идара итә. Ун көн элек  уның  директоры Иҙел Ишмаев бишләгән  фатир хужаһының  ғаризаһы менән танышҡан. Тикшереү барышында был  ваҡ бөжәктәрҙе фотоға төшөрөп алған, интернеттан мәғлүмәт эҙләгән. Бөжәктәр тураһында тулыраҡ белеү өсөн ул башта дезинфекция үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр беҙ  талпан,ҡомаҡ һәм сысҡандарға ҡаршы көрәшәбеҙ, бындай сәйер бөжәкте тикшерергә микроскобыбыҙ юҡ, тип яуап ҡайтара. Иҙел Ишмаев  БДУ-ның биология факультетында ғына был бөжәктәрҙе таныусы ғалимды эҙләп таба. Уларҙың  стена кимереүсе ҡорт икәнлеген асыҡлай.
Иҙел Ишмаев, «Ағиҙел» торлаҡ хеҙмәтләндереү яуаплығы сикләнгән йәмғиәте директоры: «Оҙаҡ ҡына был проблеманың осона сыға алмай йөрөнөм.  Был йортто елләтеү системаһы төҙөк, тигән акт . Бындай бөжәктәр дымлы ерҙә хасил була. Улар хатта магазиндарҙағы ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлек менән өйгә ҡайтып, күпләп үрсеүе ихтимал. Бындай осраҡҡа  тәүгә тап булғас, төбөнә төшөп тикшереү алып барҙым».
Икенсе ҡаттағы фатирҙарҙа күпләп үрсеүсе бөжәктең сығышын асыҡлауҙа БДУ-ның биология факультеты уҡытыусыһы Венер Хәбибуллин ярҙам итә. Ул был ҡорттарҙы ентекле өйрәнгән.
Венер Хәбибуллин, биология фәндәре кандидаты, БДУ-ның биология факультеты уҡытыусыһы: «Был ваҡ бөжәктәр - стена ҡорттары. Уларҙың ер йөҙөндә йөҙҙән ашыу төрө бар. Кешеләр һаулығына зыян итмәй, әммә эстетик йәһәттән уларҙың үрсеүе уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Тышҡы ҡиәфәте менән беткә оҡшаған, әммә улар стена кимереүселәр отрядына ҡарай».
Органика менән туҡланыусы йән эйәләрен күрше-тирә менән үҙ -ара кәңәшләшеп, бер көндә дезинфекцияларға кәрәк, ти белгестәр. Көрпә,  шәкәр  һәм он кеүек аҙыҡтарға эйәләшеүсе  стена ҡорттары кеүек яңы паразиттарҙы асыҡлау һәм уларға ҡаршы көрәшеүҙә зоология һәм эпидемиология хеҙмәттәренең эшен яйға һалыу мәсьәләһе  лә асыҡ ҡала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку