Дим районының Дағстан урамындағы 25 йортта йәшәүселәр фатирҙарында ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүенә зарлана

Дим районының Дағстан урамындағы 25 йортта  йәшәүселәр фатирҙарында ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүенә зарлана 27.07.2015

Йортто елләтеү каналынан  һауа ағымы менән  аш бүлмәһенә эләгеүсе бәләкәй йән эйәләренә ҡаршы көрәшеү алымдарын хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова тикшерҙе.

Ғилфановтар был фатирға    былтыр күсенгән. Бүлмәләр яҡты, иркен. ОШоға тиклем дөйөм ятаҡта йәшәгән хужабикә  фатирҙарында күҙгә күренерлек етешһеҙлектәр булмауы хаҡында һөйләне. Күршеләрендә ваҡ бөжәктәр күпләп үрсеүе хаҡында ул тәүгә ишетә.

Әммә Дағстан урамының 25 йортонан фатир һатып алыусылар араһында йорттоң санитар торошонан ҡәнәғәт булмаусылар ҙа бар. Икенсе  ҡатта йәшәүселәргә  аш бүлмәһендәге елләтеү каналынан ваҡ бөжәктәр күпләп сығыуы тынғылыҡ бирмәй. Халыҡ йортобоҙ  бетләгән, тигән хәбәр тарата.

Был йорттарға  "Ағиҙел,, торлаҡ хеҙмәтләндереү яуаплығы сикләнгән йәмғиәте идара итә. Ун көн элек  уның  директоры Иҙел Ишмаев бишләгән  фатир хужаһының  ғаризаһы менән танышҡан. Тикшереү барышында был  ваҡ бөжәктәрҙе фотоға төшөрөп алған, интернеттан мәғлүмәт эҙләгән.. Бөжәктәр тураһында тулыраҡ белеү өсөн ул башта дезинфекция үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр беҙ  талпан,ҡомаҡ һәм сысҡандарға ҡаршы көрәшәбеҙ, бындай сәйер бөжәкте тикшерергә микроскобыбыҙ юҡ, тип яуап ҡайтара. Иҙел Ишмаев  БДУ-ның биология факультетында ғына был бөжәктәрҙе таныусы ғалимды эҙләп таба. Уларҙың  стена кимереүсе ҡорт икәнлеген асыҡлай.

Икенсе ҡаттағы фатирҙарҙа күпләп үрсеүсе бөжәктең сығышын асыҡлауҙа БДУ-ның биология факультеты уҡытыусыһы Венер Хәбибуллин ярҙам итә. Ул был ҡорттарҙы ентекле өйрәнгән.
Органика менән туҡланыусы йән эйәләрен күрше-тирә менән үҙ -ара кәңәшләшеп, бер көндә дезинфекцияларға кәрәк, ти белгестәр. Көрпә,  шәкәр  һәм он кеүек аҙыҡтарға эйәләшеүсе  стена ҡорттары кеүек яңы паразиттарҙы асыҡлау һәм уларға ҡаршы көрәшеүҙә зоология һәм эпидемиология хеҙмәттәренең эшен яйға һалыу мәсьәләһе  лә асыҡ ҡала.

Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика