Диңгеҙ саҡыра, диңгеҙ 01.08.2016

Башҡортостан диңгеҙселәре хәрби диңгеҙ флоты көнөн билдәләне. Республиканан флотта 70 мең самаһы егет хәрби бурысын үтәгән. Байрам уңайынан Өфөнөң Еңеү паркында ла  флот байрағы  күтәрелде.

Зөһрә һәм Динар Карамовтар өсөн Рәсәй хәрби диңгеҙ флоты көнө ғаилә байрамына әйләнгән. Дуҫтар, хеҙмәттәштәр менән күрешеп  аралашыу көнөн улар көтөп ала.
Башҡортостандан  хәрби диңгеҙ флотында төрлө йылдарҙа   70 000 меңгә яҡын ир-егет хеҙмәт иткән. Йыл һайын уҙғарылып килгән матур байрам төрлө быуын диңгеҙселәрен берләштерә. Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүселәргә рәхмәт һүҙҙәре лә еткерелә.
Рима Батталова, Дәүләт Думаһы депутаты: «Беҙҙең республикала был байрамдың юғары кимәлдә уҙыуы бик ҡыуаныслы. Бөгөн мин ветерандарыбыҙҙы ҡотлай алыуыма шатмын. Аяҙ күк,  тыныс таңдар өсөн көс көрәшеүселәр иң оло рәхмәткә лайыҡ».
Фәрит Ғәниев, Башҡортостан башлығы ярҙамсыһы: «Республика Башлығы исеменән бөтә диңгеҙселәрҙе байрамдары менән ҡотлайым. Тап ошондай саралар йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй.  Изге йола киләсәктә лә дауам итһен».
Республиканың Диңгеҙселәр йыйылышы әүҙем эшләүсе ойошма. Уҙған аҙнала уның ағзалары Хәрби дан музейындайәмәғәтселек иғтибарына Башҡортостан моряктары тураһында яңы китап тәҡдим итте. Баҫмала Башҡортостандан сыҡҡан йөҙҙәрсә диңгеҙсенең хәрби ҡаһарманлығы, Ватанға тоғро хеҙмәт итеүе хаҡында бәйән ителә.
Диңгеҙселәр байрамы ысын мәғәнәһендә патриотик байрамға әүерелде. Һәр йыл һайын июлдең һуңғы йәкшәмбеһе диңгеҙ һынауҙары үткән ветерандар һәм уларҙан өлгө алырға әҙер йәштәрҙе осраштыра.    



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика