Декрет ялында ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар республика мәшғүллек үҙәктәрендә белемен камиллаштыра ала

 Декрет ялында ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар республика мәшғүллек үҙәктәрендә белемен камиллаштыра ала 17.02.2015

Предприятеларҙа эш урындары ҡыҫҡартылған көрсөк мәлендә был айырыуса маҡсатҡа яраҡлы сара. Нефтекама ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары ла әҙерлек курстарына ҙур теләк менән йөрөй.  Белгестәр бында тәүҙә әсәләрҙең мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһына, һуңынан уларға теге йәки бьл йүнәлеш буйынса белемен алырға кәңәш итә. Курстар бушлай ойошторола.  

Клара Шадрина, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге белгесе: «Беҙҙең программа хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә торған  һәм әлеге мәлдә  өс йыллыҡ декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән».  
Белемде камиллаштырыу курстары ҡатын-ҡыҙҙарға  оҙайлы ял ваҡытында ла эш тәжрибәһен онотмаҫҡа ярҙам итә. Һуңынан эшкә инеп китеүе лә еңелерәк буласаҡ.  
Ләйсән Өмөтҡолова, бухгалтер: «Был курстарҙа ҡатын-ҡыҙҙар эш үҙенсәлектәрен иҫкә төшөрә. Һуңынан улар тыныс күңел менән эшкә сыға ала тип уйлайым».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку