Данил Исхаҡовҡа ярҙам кәрәк

Данил Исхаҡовҡа ярҙам кәрәк 22.07.2014

Ишембай районында йәшәүсе кескәй замандашыбыҙ һирәк осрай торған, ләкин аяуһыҙ сирҙән яфалана. Дауаланыу өсөн уға 215 мең һум күләмендә аҡса талап ителә. Малайҙың ата-әсәһе мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә.

Ике йәш ярымлыҡ Данил әлегә уҡый белмәһә лә, беҙҙең телекомпания эмблемаһы уның иғтибарын тиҙ йәлеп итте. Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе малайға «спастик тетрапарез», йәғни «мускулдарҙың көсө һәм хәрәкәтсәнлегенең боҙолоуы” тигән диагноз ҡуйған табиптар.Тыуғас йыл буйына тик ятҡан Данил Исхаков хәҙер ишетә, күрә, бөтәһен дә яҡшы аңлай.Нисек кенә булмаһын, дауалау бөтөнләй үк бушҡа китмәгән. Быуындары ла әҙме-күпме тота башлаған. Белгестәрҙең аҙаҡ асыҡлауынса, Данилды әсә ҡарынынан кесарь киҫеме тигән ысул менән тыуҙырырға тейеш булғандар. Әммә табиптар артыҡ мәшәҡәтләнеп тормаҫҡа, Эльзаға уны тәбиғи юл менән табырға ҡушҡандар. Донъяға тыуған мәлдә башы ныҡ ҡыҫылған сабый инвалид булып донъяға килә.

Эльза Исхакова, Данилдың әсәһе: «Бала тыуыу мәлендә уның нерв системаһына тейгәндәр. Шуның өсөн ул ултыра ла, йөрөй ҙә алмай, баш мейенән сигнал килмәй. Бөтә бәләнең башы тик шунан ғына килә, тип әйтте неврологтар.»

Бәләкәй Данилды ҡотҡарыуҙың төрлө юлдарын эҙләгән әсә республиканың «ЖИЗНЬ ДЕТЯМ» тигән хәйриә фонды аша Тибет медицинаһы үҙәгенә барған. Данилды тулыһынса дауалауға өмөт бар ти белгестәр. Малайҙың артабанғы яҙмышы 215 мең һум аҡсаға бәйле. Дауалау сеанстары өсөн кәрәк ул. Бәләкәй Данилдың яҙмышына битараф булмағандар 3116 һандарына dari 50 һүҙен яҙып СМС ебәрә ала.Уның хаҡы 50 һум. Акцияның ғәҙеллеген тикшереп ҡарау өсөн Данилдың әсәһе Эльза Исхакованың телефон номеры: 8917-373-72 -38.Әсәләр иламаһын ине...

.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку