Даниэльға ҡиммәтле ортопедик аяҡ кейеме кәрәк, беҙ уға күмәкләп ярҙам итә алабыҙ

Даниэльға ҡиммәтле ортопедик аяҡ кейеме кәрәк, беҙ уға күмәкләп ярҙам итә алабыҙ 17.12.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд» һәм «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» нәшриәт йорто менән берлектә  ойошторған «Мәрхәмәтле шаршамбы» акцияһы дауам итә. Бөгөнгө видеояҙманың геройы- Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Даниэль исемле малай, уға мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙам талап ителә.  Сабыйға табиптар тайыш табанлыҡ диагнозы ҡуйған, уның һул аяғы һәр саҡ гипста. Даниэльға ҡиммәтле ортопедик аяҡ кейеме кәрәк, беҙ уға күмәкләп ярҙам итә алабыҙ.

Даниэль әсәһе йөклө саҡта бәйләгән йомшаҡ ойоҡбаштарҙы әлегә кейә алмай. Сөнки малайҙың һул аяғы тыумыштан тайыш, ул  һәр ваҡыт гипста йөрөгә мәжбүр. Гипсты  махсус  аяҡ кейеме-брейстар менән алмаштырырға мөмкин. Ул 120 мең һум тирәһе тора, әммә  күп балалы ғаиләнең брейстарҙы алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә  Ғәлиевтар битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына ышана.
Лилиә Ғәлиева, Даниэль Ғәлиевтың әсәһе: «Даниэльдың һул аяғы эскә ҡарап тора, әле беҙ уны төҙәтеү өсөн гипста йөрөйбөҙ, шуға күрә улым бик тынысһыҙлана, төндә насар йоҡлай, нервылары ҡуҙғый. Шулай ҙа беҙ өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ. Шәфҡәтле кешеләрҙең ярҙамы менән  Даниэльдың аяҡҡа баҫыуына ышанабыҙ».
Даниэльдың һеңеренә бер тапҡыр операция яһағандар, алға китеш тә бар.  Табиптар әйтеүенсә, бәләкәйерәк саҡта һөйәкәте төҙәтеүе еңелерәк.  Медицинала балаларҙа тайыш табанлыҡты дауалау ысулы -Понсети алымы тип атала, ул һөҙөмтәле һәм еңел үтә.  Әммә ҡыйбатлы курстар  страховкалау полисы буйынса түләнмәй.  Ошо сирҙе дауалау буйынса махсуслашҡан Ярославль табиптары Даниэльдың аяғын ике ай эсендә төҙәтергә вәғәҙәләй. Артабан 4 йәшкә тиклем махсус  аяҡ кейемендә йөрөргә кәрәк буласаҡ.  Малайға ярҙам итеү өсөн  5541  номерына кириллица йәки латин хәрефтәре менән «дети» һүҙен яҙып  смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Уның хаҡы 75 һум. Иң мөһиме смс-хәбәр ебәргәндән һуң   мобиль операторының талабы буйынса аҡса күсергәнде раҫларға кәрәк.  Адреслы ярҙам күрһәтергә теләүселәр  мәғлүмәтте «Русфонд»тың сайтына инеп тә ҡарай ала.
Күптән түгел беҙ 10 йәшлек Виктория Ильина тураһында видеояҙма күрһәткәйнек,  ҡыҙ ишетеү һәләтенән мәхрүм. Шәфҡәтле кешеләр ярҙамында  Викторияға яңы ишетеү аппарат алыу өсөн 189 мең һум аҡса йыйылған. Хәҙер ҡыҙ  яҡшыраҡ ишетә башлаясаҡ.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку