Дөйөм режимда дүрт йыллыҡ колония

Дөйөм режимда дүрт йыллыҡ  колония 11.03.2015

Бындай ҡарарҙы  суд енәйәт ҡылыусы Светлана Зоринаға ҡарата сығараған. Үҙенең гражданлыҡ тормош иптәше менән ул тиҙ ышанып барыусан өфөлөләрҙең  егерме миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлай. Халыҡты улар һеҙҙән бурысҡа алған аҡсаларҙы бизнесҡа һаласаҡбыҙ, тип ышандыра. Алдаҡсылар тоҙағына эләгеүселәр араһында хатта торлаҡһыҙ ҡалыусылар ҙа бар.

Журналистар  суд залына үткәрелмәне. Унан Светлана Зорина бөтөнләй икенсе хәлдә сыҡты. Ошо минуттан ул ышынысҡа тиҙ кереүсе өфөлөләрҙе алдаусы, дүрт йылға иркенән мәхрүм ителгән уғры. Тиҙҙән уны холоҡ төҙәтеү колонияһына һаҡ аҫтында оҙатасаҡтар. Ләкин үкенес тойғоларын ишетмәҫһең....
Үҙенең гражданлыҡ тормош иптәше менән берлектә Зорина егерме миллиондан ашыу аҡса урлай. Уларҙы бурысҡа алып, уңышлы эшҡыуарлыҡҡа тотона йәнәһе. Кредиторҙарҙы саҡырып, ышандырыу ысулын да таба.
Бөтә тормоштары-ошо бәләкәй генә кеше  бүлмәһендә. Зорина хатта хаҡлы ялдағыларҙы ла аямаған. Вера Назарова кескәй  ейәнен яңғыҙы тәрбиәләй. Үҙенең ике бүлмәле фатирын банкка һалған. Ссуда алырға ла уны  уғры ғаилә ағзалары  өндәгән. Ләкин ссуда ваҡытында түләнелмәгән, ә Вера Назарова  суд ҡарары менән ваҡытлыса муниципаль бүлмәгә күсергә мәжбүр булған.  
Светлана Зоринаға ышаныусылар, эштең аҙағы  суд менән тамамланыр, тип башына ла килтермәгән. Оҙайлы биш йыл дауамында алданыусы кешеләр енәйәт эше ҡуҙғатылыуына һәм енәйәт юлына баҫыусыға  дөрөҫ хөкөм ҡарары сығарыуға ирешә. Светлана Зорина  дөйөм режимда дүрт йыллыҡ колонияға хөкөм ителһә лә, алдаҡ тоҙағына  эләгеүселәр үҙ аҡсаларын  ҡайтара алмаясаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку