Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай 15.12.2015

Бөгөн Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Ултырышта тамамланып килгән йылға йомғаҡ яһалды, активистар халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса кәңәшләште. Торлаҡ хужалығы, иҡтисад, экология, халыҡтың власть органдары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Шота Руставели урамының 70/7 се йортонда йәшәүселәр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ил президенты указдарын үтәлеүен тикшереү үҙәге директоры Николай Николаевты шунда уҡ һырып ала. Берәүҙәр ярҙам өсөн рәхмәт әйтә, икенселәр беҙҙе ҡасан күсерерҙәр икән тип ҡыҙыҡһына. Халыҡ йылдар буйы йорттарын авария хәлендә тип таныуҙарын талап итә, ләкин быға ирешеү  еңелдән түгел. Бер-бер артлы төрлө административ кәртәләр килеп сығып ҡына тора. Ғәҙеллекте тергеҙеүгә улар суд аша өлгәшә.

Шуға ҡарамаҫтан, иҫке йортта йәшәүселәргә ҡасан яңы торлаҡ бирелеүе әлегә билдәһеҙ. Николай Николаев мәсьәләне контролдә тоторға вәғәҙә итте. Власть органдары вазифаларын еренә еткереп башҡарыуы, ил президентының май айы указдары үтәлеүе Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төп бурысы. Был турала һүҙ төбәктә ойошма эшмәкәрлегенә бәйле форумда ла барҙы. Көн тәртибенә капиталь төҙөкләндереү сифаты, Әмзә, Мәләүездә таушалған торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорттарҙың техник талаптарға яуап бирмәүе, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират, мөмкинлектәре сикле граждандарҙы эш менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр сығарылды. Күренеүенсә, ойошма көндәлек тормоштоң бөтә фронттары буйынса ла әүҙем эш алып бара. Халыҡ та активистарға күпләп мөрәжәғәт итә, хәл итә алмаған һорауҙары буйынса ярҙам һорай. Һәм беҙҙә бындай мөмкинлектәр бар, ти ойошма ағзалары.

Бюджет аҡсаларының маҡсатҡа ярашлы тотонолоуон да күҙәтә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары. Мәҫәлән, быйыл активистар 200 миллион һумдың һөҙөмтәһеҙ файҙаланылыуын асыҡлаған, 80 миллион самаһы аҡсаны кире ҡайтарыуға өлгәшкән. Ҡырын эш Күгәрсен район хакимиәтендә күҙәтелгән. Майҙа улар Мораҡта идарасы компания һайлауға ике миллион самаһы аҡса тотонорға йыйынған. Ә бит йортто хеҙмәтләндерәсәк ойошманы фатир хужалары үҙҙәре һайлай, бының өсөн түләргә лә кәрәкмәй. «Башнефть» иһә Яңы йылды байрам итеүгә 33 миллиондан ашыу тотонорға йыйынған. Активистар күҙлегенә эләккәндән һуң компания бәлки, ниәтенән баш тартыр? Бөгөн тикшерелгән мәсьәләләр нигеҙендә аныҡ тәҡдимдәр ҙә буласаҡ. Активистар төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа тейешле документ тапшырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика