Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына Өфөнөң Киров районынан да делегаттар һайланды

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына Өфөнөң  Киров районынан да делегаттар һайланды 04.11.2015

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты  ағзалары  бергә йыйылып көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Йыйылышта биш йыл эсендә башҡарылған эштәр барланды, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы ағзалар ҡабул ителде. Оло ҡорға ете делегат һайланды.

Ул райондың мәғариф учреждениелары һәм төрлө ойошма етәкселәре, улар араһында бер студент та бар.  21 ноябрь Өфө донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе ҡабул итә. Унда башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау, уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ватандаштарыбыҙ менән иҡтисади  бәйләнештәрҙе киңәйтеү юлдары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр  ҡараласаҡ. Быйыл беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылыуға 20 йыл тулды.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку