Дүрт йылға бер килгән көн

Дүрт йылға бер килгән көн 29.02.2016

Бөгөн донъяла биш миллионға яҡын кеше тыуған көнөн билдәләне. Республиканың бала табыу йорттарында сабыйҙар бөгөн дә тыуҙы.

Әлфиә Кочкина бөгөн икенсегә әсәй булды. Ҡыҙ бала таңғы бишенсе ун биш минутта донъяға килә. Ата-әсә өсөн сабыйҙың ҡасан һәм ниндәй көндә тыуыуы түгел, ә сәләмәтлеге мөһим. Шулай ҙа  ул-ҡыҙҙарын операция ярҙамында табыусы гүзәл заттарҙың күбеһе тыуған көндәре 29-на тап килеүен теләмәгән.  
Дүрт йылға бер ҡабатланған 29 февралгә төрлө имеш-мимештәр, хөрәфәттәр бәйле. Ә шулай ҙа белгестәр был көндә донъя килеүселәрҙе үтә лә һәләтле булыуы менән айырыла тип аңлата.
Был фекер менән ике бала әсәһе Гөлиә Ишемйәрова ла килешә. Уның әйтәйек, алдан тойомлау һәләте киләсәккә план ҡорорға ярҙам итә икән. Паспортта тыуған көнөм рәсми рәүештә 1 март тип күрһәтелһә лә, үҙем өсөн 29 февраль булып ҡала, ти ул.
Ә инде был көндөң ҡайҙан барлыҡҡа килеүе аныҡ ҡына билдәле лә түгел. Астрономдар фекеренсә, йыл 365 көндән һәм 6 сәғәттән тора. Тап ошо алты сәғәт айырым иғтибарға алынмай. Шуға ла йыл да тәүлектең дүрттән бер өлөшө ҡала килә. Шуға ла астрономдар тәҡдиме буйынса дүрт йыл һайын бер көн өҫтәлә. Халыҡ телендә ул кәбисә йылы тип йөрөтәлә. 29 февраль тура килгән йылда ғәҙәттә, яңы йорт туйлаусылар, ғаилә ҡороусылар һирәгәйә. Дүрт йылға бер килгән көндә тыуыусылар миллионлап булһа ла, күптәре тыуған көндәрен яҙҙың беренсе көнөндә үткәреүҙе хуп күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку