Дүртөйлө районының Етембәк ауылынан Вәсфи Баһауетдинов Ленинград ҡалаһының Выборг районында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша

Дүртөйлө районының Етембәк ауылынан Вәсфи  Баһауетдинов Ленинград ҡалаһының Выборг районында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша 04.12.2015

Ул 1941 йылда хәбәрһеҙ юғала.  Күптән түгел Ленинград өлкәһе эҙәрмәндәре  уның исем-шәрифе, тыуған ере яҙылған медальонын таба. Илебеҙҙең төньяҡ сиктәрен фин ғәскәрҙәренән һаҡлаусы яугир тыуған ауылында һуңғы төйөген тапты.

Билдәһеҙ һалдаттың яҙмышы асыҡланды. Дүртөйлө районының Етембәк ауылынан 1941-cе йылда һуғышҡа алынған рядовой Вәсфи Баһауетдиновтың һөйәктәренә Ленинград өлкәһенең «Ҡара бушлат» эҙәрмәндәр отряды тап була. Был яңылыҡ  һалдаттың тыуған яҡтарына хәбәр ителә һәм яҡындары, ауылдаштары бер һүҙҙән илебеҙгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан яу батырының һөйәктәрен  тыуған еренә алып ҡайтып тыуған ауылы Етембәктә ерләргә  ҡарар итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышында тиңдәшһеҙ яуҙа һәләк булған Вәсфи Баһауетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған митингтың  билдәһеҙ һалдатты иҫкә алыу көнөндә үтеүе оло мәғәнәгә эйә.  Бөтә телмәрҙәрҙә лә  илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары ярылып ята. Митингта ҡатнашыусы мәктәп уҡыусылары, кадеттар тын ҡалған, яҡташтары, яҡындары күҙҙәренә йәш эркелә.
Еңеү һалдаты Вәсфи Ямалетдин улының фотоһүрәте ҡалмаған. Әммә яҡындары һалдат хаҡындағы яҡты иҫтәлекте быуындан-быуынға изге хәтер итеп һаҡлаған.
Ҙур илебеҙҙең төньяҡ сиктәрен фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаусы рядовой Вәсфи  Баһауетдиновтың һөйәктәре хәрби шарттарҙы һәм мосолман тәртиптәрен үтәп ерләнде. Вәсфи Баһауетдинов егерме ете йәшендә аяуһыҙ яуҙа башын һала. Йыл буйына Башҡортотандан ун алты  һалдаттың һөйәктәре тыуған яҡтарында ерләнелә. Декабрь айында тағы ла ике хәбәрһеҙ юғалған һалдат тыуған еренә ҡатарыласаҡ.
Тиҫтә йылдарҙан һуң да Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары тыуған еренә ҡайтарыла.  Бөгөн Дүртөйлө районы Етембәк ауылынан яугир Вәсфи  Ямалетдин улының һөйәктәре ер ҡуйынына тапшырылды. Быны тормошҡа ашырыу өсөн эҙәрмәндәр ҙур тырышлыҡ һалған. Йәш быуын Ватан тарихына һәм үткәненә хөрмәт менән ҡарай икән, тимәк, беҙҙең йәмғиәттә әҡләҡи ҡимммәттәр бер ҡасан да юғалмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика