Дүрт ай эсендә 11 йылға ҡарағанда күберәк эшләнгән

Дүрт ай эсендә 11 йылға ҡарағанда күберәк эшләнгән 17.09.2014

Ҡырымдың Белогорск районы халҡы һуңғы үҙгәрештәрҙе шулай баһалай. Был турала улар бөгөн Башҡортостан менән ойошторолған телекүпер барышында  белдерҙе.

Белогорск районы хакимиәте башлығы Константин Луговик әйтеүенсә, Башҡортостан төҙөкләндергән 33 объекттың барыһы ла тиерлек йылытыу миҙгеленә әҙер. Элек буржуйкалар менән йылытылған мәктәп, балалар баҡсаларына хәҙер яңы һулыш ингән. Башҡортостан ярҙамы менән 9 белем усағы һәм биш мәктәпкәсә учреждениеға ремонт яһалған, ауылдарға асфальт түшәлгән, 13 күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы алмаштырылған. Башҡортостан уларҙы ураҡ кампанияһы мәлендә лә ташламаған. Ауыл хужалығы ҡаҡшаған районға республиканың « Үҙәк» машина-технология станцияһынан 15 комбайн һәм белгестәр ебәрелгән. Белогорск районында ойошманың бүлексәһе лә асылған.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика