Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һуғыш йылдарынан һуң республиканың закондар сығарыу органдарында хеҙмәт итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев  һуғыш йылдарынан һуң республиканың закондар сығарыу органдарында хеҙмәт итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы 13.05.2015

Тыуған илебеҙ өсөн оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән, уны фашизмдан ҡоҡарып алып ҡалған ветерандарыбыҙ, тыл хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән һуғыштан һуң ҡалған емереклек эҙемтәләрен бөтөрөүгә, хужалыҡты тергеҙеүгә ҙур өлөш индереүселәр, бөгөнгө көндә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүселәр, һеҙҙе ошо залда тәбрикләүемә шатмын, - тине парламент етәксеһе. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ ветерандар Сабир Йыһаншин һәм Иван  Волик сығыш яһаны.  Ветерандар менән аралашыу байрам өҫтәле артында дауам итте. Ҡунаҡтарға сәскәләр һәм яңы ғына донъя күргән китаптар тапшырылды.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика