Дәүләкәндә үҫеш мөмкинлеге ҙур, әммә был потенциал тулыһынса файҙаланылмай 15.08.2015

Райондың социаль-иҡтисади хәле тиҙ арала ыңғай  яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Дәүләкәндә күптән түгел генә тәғәйенләнгән район башлығына бурыстар билдәләп, Рөстәм Хәмитов уға ҙур ышаныс бағлауын белдерҙе.

Дәүләкән районы тәү сиратта аграр төбәк. Рөстәм Хәмитов эш сәфәрен ҡыҙыу эш мәле барған яландарҙан  башланы. Был майҙандар дүрт йыл элек кенә барлыҡҡа килгән , «Премиум групп» хужалығыныҡы. Дәүләкәндең бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы берләшеп ҡеүәтле компания төҙөгән. 150 миллиондан ашыу инвестиция йәлеп ителеп ҡеүәтле комбайндар алынған. Техника паркы, эшсе көстәр етәрлек, тик бына сәсеүлектәр генә етешмәй, тип зарлана эшҡыуарҙар. Рөстәм Хәмитов ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеге булған предприятиеларға күберәк иғтибар бүлергә ҡушты. Дәүләт ярҙамына ғына ҡарап торған хужалыҡтарҙан һөҙөмтә юҡ, тине төбәк башлығы.

Берләшкән хужалыҡтар төркөмө үҙ элеваторын да булдырған. Заманса технология менән ҡоролған тирмәндәрҙә үҫтерелгән ашлыҡтан он тарталар, төрлө ярмаларҙы ҡаптарға тултыралар. Киләсәктә хужалыҡ ҡур етештереү цехтары асырға иҫәп тота. Рөстәм Хәмитов бындай предприятиеларҙың һыу кеүек кәрәклеген һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа төрлө яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

Төбәктең мәғариф өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был йәһәттән, районда бер аҙ проблемалар ҙа бар. Дәүләкәндә төҙөлә башлаған балалар баҡсаһында эштәр туҡтап ҡалған. Шулай ҙа төҙөлөштө дауам итерлек аҡса табылған һәм киләһе йыл балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асасаҡ, тип ышандыра эшселәр.
Ҡаланың 1-се  мәктәбендә  лә төҙөкләндереү эштәре бара. Мәғариф учреждениеһы тулыһынса яңыртылып өҫтәмә бүлмәләр менән йыһазландырыла. Киләсәктә бында уҡыусылар һанын арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә балалар баҡсаһы кеүек хәлдә ҡалыуға юл ҡуймаясағын белдерҙе.

Ошондай уҡ эштәр райондың үҙәк дауаханаһында ла бара. Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың көҙөндә килеп, медицина учреждениеһын төҙөкләндереү бурысы ҡуйғаны. Әле эске эштәр тамамланып  дауалау ҡорамалдары урынлаштырылған. Тышҡы биҙәү эштәрен башҡарыуға ғына аҡса талап ителә.
Үҙәк дауахана тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән кадрҙар мәсьәләһе тағы ла киҫкенләшәсәк. Дәүләкәндә әле үк медицина белгестәре етешмәй.

Әйткәндәй, торлаҡ төҙөлөшө буйынса дәүләкәндәр һынатмай. Ҡалала иҫке йорттарҙан күсереү программаһы буйынса ике өй төҙөлгән. Былтыр бында егерме дүрт ғаилә фатир алһа, быйыл да ошо сама кеше яңы торлаҡ асҡыстарын аласаҡ. Киләсәктә район үҙәгендә бындай йорттар күпләп ҡалҡып сығасаҡ, сөнки Дәүләкән сәнәғәт үҙәгенә әйләнәсәк, ти урындағы власть. Рөстәм Хәмитовҡа ҡеүәтле инвестиция проектын күрһәттеләр. Йүнселдәр Ҡытай инвесторҙарын йәлеп итеп, автомобилдәр етештереү заводы төҙөргә иҫәп тота. Урын билдәләнгән, проект әҙер. Киләсәктә индустриаль парк меңдәрсә кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Тулы циклға ҡоролған автомобиль етештереү заводы республиканың башҡа предприятиеларын да берләштереүе ихтимал.
Сәнәғәт, аграр тармаҡ һәм туризм өлкәһе – Дәүләкәндең киләсәге. Был тармаҡтарҙа үҫеш мөмкинлектәре ҙур һәм уны тулыһынса файҙаланыу мөһим, тине Рөстәм Хәмитов район халҡы менән осрашыуҙа. Ултырышта төбәк өсөн хас проблемалар ҙа билдәләнде: юлдар, һыу менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Был йәһәттән эшләйһе эштәр байтаҡ. Республика етәксеһе райондың яңы башлығына был мәсьәләләрҙе  тиҙ арала хәл итәсәгенә өмөт белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика