Дәүләкән районы илебеҙҙең төрлө төбәктәренән Йыһан менән мауығыусы   һәм космонавтиканы өйрәнеүсе үҫмерҙәрҙе йыйҙы 07.07.2015

Аэрокосмик мәктәптең беренсе сменаһына ял итеүселәр -  Можайский исемендәге халыҡ-ара  авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса олимпиада еңеүселәре. Һәләтле уҡыусылар атҡаҙанған летчик-һынаусы Урал Солтанов исемендәге мемориалды  асыу тантанаһында ла  ҡатнашты. Каникулдарҙың ун көнө күккә һәм космос аппараттарына ғашиҡ  үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ.

Улар тәүге космонавт Гагарин хаҡында сәғәттәр буйы туҡтамай мауыҡтырғыс итеп һөйләй ала. Әммә ғәҙәти ҡурсаҡтарҙан,  уйынсыҡтарҙан  самолет һәм ракеталарҙы өҫтөн ҡуя. Бөгөн утыҙ бала үҙенең хыялын  тормошҡа ашырҙы. Егеттәрҙең күптәре киләсәктә яҙмышын осоусы һөнәре менән бәйләргә теләй.
Аэрокосмик лагерҙағы тормош хәрби тәртипкә ҡоролған. Иртәнге туғыҙҙа йоҡонан тороу, иртәнге аш. Бындағы үҫмерҙәрҙең рационы космонавтарҙыҡынан һис тә ҡалышмай. Өҫтәлдә ҡымыҙ һәм башҡорт балы. Көн дауамында мауыҡтырғыс лекциялар, экскурсиялар һәм тренингтар. Улар араһында иң ҡыҙыҡлыһы -әлбиттә, практик күнекмәләр.
Был моделдәр ракеталарҙың, самолет һәм вертолет двигателдәренең бәләкәй күсермәһе. Уларҙы үҫмерҙәр үҙ күҙҙәре менән күрә һәм тотоп ҡарай ала.
Сергей Каменев, Өфө дәүләт авиация техник университетының бүлек мөдире:
«Бында ойошторолған  авиаракеталарҙы моделләү түңәрәге бик ҡыҙыҡлы.Үҫмерҙәр  үҙ ҡулдары менән ракеталар эшләй. Һуңынан уларҙы  ошо аҡланда осорасаҡтар.Беҙ уларҙың һауаға  ни тиклем бейек күтәрелә алыуын тикшереп  еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ».
Мәхмүт Сәлимов, хәрби хәрәкәттәр ветераны: «Балалар беҙҙең киләсәк, беҙ уларҙы тыуған илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ».
СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге аэрокосмик мәктәп дүрт йыл дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәләтле балаларҙы йыя. Икенсе сменаға  йыһан менән мауығыусы үҫмерҙәрҙең географияһы тағы ла киңәйеп, Һиндостан менән Кубанан  да  балалар килеүе көтөлә.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика