Дәүләкән ҡалаһының «Хәрби Дан» скверында яңы мемориал урынлаштырылды 24.06.2015

Советтар Союзы Геройы Василий Утин менән ил сиген һаҡлаған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск булдырыу идеяһы урындағы халыҡта күптән барлыҡҡа килә. Ниһайәт, уртаҡ көс ярҙамында изге бурыс үтәлде. Сик буйы һаҡсылары ветерандары һүҙ тотоп, шаңдаулы йылдарға әйләнеп ҡайтты. Тыуған илгә тоғро ҡалырға, киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиәләргә саҡырҙы.Тантанала әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм мемориал төҙөлөшөнә күрһәткән ярҙамы өсөн хәрбиҙәр Рәхмәт хаттары һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Таҡтаташ асыуҙа ҡатнашыусылар тынлы оркестр менән «Йәшел береттар» төркөмөнөң сығыштарынан да ҡәнәғәт ҡалды.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика