Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар фажиғәнең 30 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Чернобыль һәләкәте  эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар фажиғәнең 30 йыллығын билдәләргә әҙерләнә 20.04.2016

Ер йөҙөндә иң ҙур техноген фажиғә 1986 йылдың 26 апрелендә теркәлә. 500 атом бомбаһына тиң шартлау миллиондарса кешенең ғүмеренә зыян килтерә. Сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Чернобыль һәләкәте шаңдауы тынмай. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә тотош илдән 360 мең кеше ҡатнаша.

Саҡ ун һигеҙен тултырған һалдаттар радиацияның ҡыҙыуына  инергә мәжбүр була. Нурланыуҙың нимә икәнен дә белмәгән ҡотҡарыусылар бер нисә ай эсендә генә һаулыҡтарын юғалта. Әле Башҡортостанда шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 2 мең тирәһе кеше йәшәй.
Альбина Воробьева, Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы: «Беҙ барыбыҙ ҙа атом шартлауының бар ҡурҡынысын, уның кешегә ниндәй ҙур зыян килтереүен дә белә инек. Ләкин комсомол билеты тапшырыу менән Чернобылға  барырға риза булдыҡ. Бер кемдең дә баш тартҡанын хәтерләмәйем».
Йыл да ойошторолған йыйылышҡа авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең  йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.  Унда ликвидаторҙарҙы борсоған проблемалар, социаль мәсьәләләр ҡаралды. Йылдан-йыл кәмегән Чернобыльсыларҙы иҫкә алдылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика