Чечен республикаһындағы террактта зыян күреүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең хәле күпкә яҡшырған 01.07.2016

Ҡаһармандар менән республиканың Эске эштәр министры урынбаҫары Евгений Полтавец осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа Чечен республикаһының Алхан-ҡала ауылы эргәһендә ике билдәһеҙ ир полиция посы аша үтеп маташа. Уларҙың берәүһе тикшереү барышында үҙен шартлата. Икенсеһен тәртип һаҡсылары ҡулға ала.

Әле Азат Шайморатов, Вилдан Кашапов менән Рөстәм Латипов Өфө дауаханаһында дауаланыу һәм реабилитация курстарын үтә. Республика Эске Эштәр министры урынбаҫары Евгений Полтавец ҡаһармандарға намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Уларға һәм ғаиләләренә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Эске Эштәр министрлығы госпитале табиптары әйтеүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре тулыһынса дауаланып йәнә эш башлай аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика