Быйыл Ҡырым Республикаһының Белогорск районын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса эш дауам итәсәк

Быйыл Ҡырым  Республикаһының Белогорск районын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса эш дауам итәсәк 22.01.2015

Ярымутрау буйынса барлығы 13 объект, 30 ауыл һәм  Белогорск районында газ үткәреү күҙаллана.

«Крыминформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  әлеге ваҡытта барлыҡ проект-смета документацияһы, шул иҫәптән Белогорск  районын газификациялауҙың икенсе сиратының проекты әҙер. Шефлыҡҡа алынған төбәкте зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу  былтыр 23 апрелдә Симферополдә Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында ҡул ҡуйылған сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник,  социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә нигеҙләнә. Ул саҡта Ҡырымда һәм Белогорск районы йәмәғәтселеге менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы төбәккә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку