Быйыл Яңы йыл шыршылары ике аҙнаға һуңлап биҙәлә

Быйыл Яңы йыл шыршылары ике аҙнаға һуңлап биҙәлә 10.12.2015

Сәбәбе оҙайлы көҙ һәм һауа шарттарының сағыштырмаса йылы тороуы. Шуға күрә лә  боҙ майҙансыҡтары һәм һарайҙары, тау төҙөү тотҡарланды.

Өфөнөң Ленин районында Ағиҙел йылғаһынан тәүге боҙ ҡатламдары килтерелде. "Тулҡын" паркы алдын рәссамдар һәм монтажсылар боҙло кәртә менән урата башланы.

Боҙ һарайының дөйөм майҙаны – 250 квадрат метр. Район хакимиәте планында балаларҙың ҡышҡы ялы файҙалы һәм спорт уйындары менән үрелеп барһын өсөн каток, әкиәт геройҙары менән ҡыҙыҡлы лабиринттар һәм туҡланыу нөктәһе төҙөү ҙә ҡаралған. 

Баш ҡалала егермеләгән боҙ һарайына ҡуйы ылыҫлы ҡарағастар урынлаштырыу ҡарала. Яҡын арала йәшел ҡупшыҡайҙар гирляндалар, төҫлө шарҙар менән биҙәләсәк. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку