Быйыл яҙғы ташҡын көслө булмаҡсы 15.03.2016

Ул һуңғы һигеҙ йылда ҙур һыуға бәйле оло һынау булыуы ихтимал. Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында һыу кимәле әле ғәҙәттәгенән 1 метрға юғарыраҡ. Ҡар ҡатламындағы һыу запастары ла урыны менән элекке йылдарҙағы күрһәткестәрҙән 30-50 процентҡа күберәк. Ошонан сығып, хәүеф зоналарында ташҡынға әҙерлек эштәре алып барыла. Күнекмәләрҙең береһе бөгөн Архангел районында үтте.

2013 йылдың апреле Архангел районына көслө ташҡын килтерә. Ҡыҙылъяр ауылы эргәһендәге күпергә боҙҙар тығылыу сәбәпле, Инйәр ярҙарынан сыға. Йылға, ағымын үҙгәртеп, ауылға урғыла. Кешеләр мөлкәтен, малдарын ҡотҡарырға тырыша. Һарыҡтарҙы хатта һарай башына мендерәләр.
Фәнүз Мөхәмәтуллин ул ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй. Һыу төндә күтәрелә башлағайны, ти ир. Урам буйлап аҡҡан боҙ киҫәктәре шул тиклем эре була, ҡоймаларҙы  ғына түгел, бағаналарҙы ла ауҙара яҙа.
Яҙғы ташҡын эҙемтәләре мөмкин тиклем әҙерәк булһын өсөн уға алдан әҙер булыу шарт. Шуға ла быйыл һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янаған Абҙанда Башҡортостандың ташҡынға ҡаршы көрәш комиссияһы халыҡ һәм ҡотҡарыусылар өсөн күнекмә ойошторҙо. Ғәҙәттән тыш хәлде кисектереү халыҡты иҫкәртеүҙән башлана. Бының өсөн махсус тәғәйенләнгән йомошсолар, репродукторҙар һәм ҡул аҫтында булған әйберҙәр ҡулланыла.
Оло һыу фажиғәгә килтермәһен өсөн хәүеф зонаһында йәшәүселәрҙән уяу булыу талап ителә. Абҙанда мәҫәлән, кешеләр йылға буйында дежур итә.
Күнекмә сиктәрендә шулай уҡ малдар һәм кешеләр эвакуацияланды.  Артабан ауыр техника һыу аҫтында ҡалған юлды ҡом ярҙамында күтәрҙе. Күнекмә халыҡтың һәм ҡотҡарыусылар, тиҙ ярҙам, полиция һәм башҡа ведомстволарҙың хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡынға әҙер булыуын күрһәтте. Иң мөһиме, урындағы халыҡ  уяу булыуын раҫланы.
Республикала йылғалар апрель башында асыла башлаясаҡ. Ә ташҡын ай аҙағында көтөлә. Шуға ла  әҙерлек өсөн әле ваҡыт бар. Бындай күнекмәләр хәүеф зонаһына ҡараған башҡа төбәктәрҙә лә үтәсәк, ә инде 25 марттан һуң ташҡын янаған ауылдар һәм халыҡ һаны тулыһынса билдәле буласаҡ. Тап ошо осраҡта ваҡытында еткерелгән мәғлүмәт ғүмерҙәрҙе ҡотҡара ала.
2013 йылғы яҙғы ташҡын район кимәлендә Ҡыҙылъярҙа иң көслөһө була. Ярҙарынан сыҡҡан Инйәр тура ауыл уртаһынан аға башлай, эре боҙ киҫәктәре ҡоймаларҙы, һарайҙарҙы емерә, йорттарға зыян килтерә. Ташҡын ҡапыл башланғанға күрә, халыҡ уға әҙер булмай, мал-тыуарын да алдан хәстәрләп ҡуймай. Ауыл дүрт көн тәбиғәт ғәрәсәте әсирлегендә үткәрә. Шуға ла быйыл Ҡыҙылъярҙар йылғаның ярҙарынан сыға башлауы тураһында алдан хәбәр ителер тип ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика