Быйыл йәй яуым-төшөмдөң күплеге арҡаһында урман-яландарҙа бәшмәктәр иртә өлгөрҙө 20.06.2017

Ә уны йыйырға әүәҫ халыҡҡа шул ғына кәрәк.  Ашарға яраҡлыларын яҡшы танып-белеүселәр туҡлыҡлы ла, файҙалы ла аҙыҡ артынан урман-ҡырҙар гиҙергә юлланды. Бәшмәк йыйғанда ниндәй ҡағиҙәләргә таянырға, һатып алғанда нисек ағыулыларын айырырға?

Николай Владимирович ҡырҡ йылдан ашыу стажы булған бәшмәксе. Быйыл уҙаман уларҙың иртә сығыуына шатланып ҡаланан алыҫыраҡ урмандарға йөрөүҙе хуп күрә.Уның фекеренсә, тәбиғәттә булыу ҡала ығы-зығыһынан бер аҙға булһа ла арынып торорға ярҙам итә.  
Николай Дмитриев, бәшмәксе: «Урман буйлап йөрөү - минең өсөн файҙалы ла, күңелле лә. Бәшмәк йыйыу менән бергә саф һауа ла һулайым, был  көс-дәрт, сәләмәтлек өҫтәй, йәшәртә. Тик урмандарҙа экологик хәлдең йылдан-йыл насарайыуы ғына күңелде ҡыра. Шуға ҡарамаҫтан, бәшмәк йыйыусыларға кәңәшем шул: бәшмәкте ҡаланан, автомобиль юлдарынан, завод-фабрикаларҙан алыҫыраҡ урындарҙа йыйығыҙ».  
Ысынлап та, бәшмәктәрҙе биш бармағылай белеүсе Николай Дмитриев хаҡлы. Төтөндө һәм ауыр металлдарҙы үҙенә һеңдереүсе ашарға яраҡлы бәшмәктәр ҙә һаулыҡҡа насар тәьҫир итеүсе токсиндар менән зарарланыуы ихтимал. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ашарға яраҡлы гөрөздә, майлы һәм аҡ бәшмәктәрҙе,ҡайын, уҫаҡ бәшмәктәрен  осратырға мөмкин. Шулай уҡ урман табыштарын ризыҡ булараҡ  баҙарҙа тәҡдим итеүселәр ҙә  етерлек.
Лилиә Бикмаева, бәшмәк һатыусы: «Ғәҙәттә, беҙ бәшмәкте ҡаланан алыҫ урындарға барып йыябыҙ, Шуға күрә көн һайын таң менән юлға сығабыҙ. Төшкә тиклем йыябыҙ ҙа, кискә баҙарға һатырға киләбеҙ. Алыусылар бар, алып килгәнебеҙҙе  һатып бөтөп ҡайтабыҙ тип әйтергә була».  
Быйылғы йәй ямғырлы килгәнгә күрә бәшмәктәрҙең әле үк күп булыуы ғәжәп түгел тип билдәләй белгестәр. Уларҙың күплеге башҡа  төбәктәрҙә күҙәтелә.
Александр Шевченко, биолог: «Һуңғы йылдарҙа климаттың үҙгәреүе бөтә йән эйәләренә лә, үҫемлектәргә лә, шул иҫәптән бәшмәктәргә лә йоғонто яһай. Быйыл ҡайһы бер бәшмәктәрҙең ваҡытынан алда сығыуы һауа торошо менән аңлатыла. Тик уны ҡайһы мәлдә йыйһағыҙ ҙа, иң мөһиме, уның ашауға яраҡлы һәм зыянһыҙ булғанын һайлай белеү. Шулай уҡ ҡайҙа йыйырға икәнен дә белергә кәрәк: әгәр аҡланда булһа, оло юлдан ара дүрт йөҙ метрҙан, ә урманда - ике йөҙ метрҙан кәм булырға тейеш түгел».
Урман һыйының бик күп төрҙәре бар, әммә кеше организмына зыян килтермәһен өсөн уларҙы айыра белеү мөһим икәнен оноторға ярамай. Сөнки ағыулы бәшмәктәрҙең кеше һаулығына ҙур зыян килтереүе мөмкин. Шуға күрә бәшмәктәрҙе ризыҡ булараҡ ҡулланғанда тәжрибәле кешеләр кәңәшенә лә иғтибарлы булырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика