Быйылғы йәй ҡортсолар өсөн бигүк уңышлы булманы

Быйылғы йәй ҡортсолар өсөн бигүк уңышлы булманы 02.09.2015

Балдың күләме күп түгел, етмәһә хәҙер айыуҙар менән дә бүлешергә кәрәк. Бигерәк тә тайыштабандар Ғафури районы умарталыҡтарына ҙур зыян килтергән.

«Умарталарҙың иң ауырын, иң баллыһын ғына һайлап алалар», - тип көйә Виталий Гордеев. Үткән айҙан алып айыуҙар Ғафури районы ҡортсоларының баш бәләһенә әйләнә. Тайыштабандар татлы ризыҡҡа һунар башлаған. Әлегә тиҫтәгә яҡын умарта емерек хәлдә. Килем сығанағы булған шөғөл күп ваҡыт һәм көс талап итә. Быға өҫтәп, ҡырағай хайуандар башҡарылған эште селпәрәмә килтерә.
Виталий Гордеев, умартасы: «Ҡайһы бер ҡорстолар урман янындағы умарталыҡтарын өйөнә күсерергә мәжбүр булды. Уларҙың мөмкинлектәре бар, беҙҙә иһә 310 умарта иҫәпләнә. Ундай күләмле йөк менән йыраҡ китә алмайбыҙ».
Һуңғы көндәрҙә айыуҙар был умарталыҡҡа ҡунаҡҡа йыш килә.  Ваҡыты ла билдәле: киске туғыҙҙан алып таңғы алтыға тиклем уларҙы көттә тор. Етмәһә, ҡырағай хайуан яңғыҙ ғына йөрөмәй.
Бынан ярты км йыраҡлыҡта ташландыҡ баҡса урынлашҡан. Унда сейә, алма ағастары үҫә. Тәүҙә тәмлетамаҡ тайыштабандар шул биләмәгә эйәләй, һуңынан умарталыҡҡа һөжүм итә башлай. «Хәҙер яҡын тирә ҡомһоҙ айыуҙарҙың һаны егермегә етте»- тип хәүефләнә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр.
Ғафури районында йәмғеһе 70 айыу иҫәпләнә. Ҡырағай хауандар, хатта, ауыл тирәһенә лә яҡынлашҡан. Был хаҡта район хакимиәте, полиция бүлегенә ялыуҙар ҙа артҡан.
Ғафури районы йүкә балы менән данлы.  Ямғырлы йәй генә ҡортсоларҙың мул уңышын  юҡҡа сығарҙы. Айыуҙар ҙа ҡалышмай. Бәләнең төп сәбәбе - имән сәтләүегенең аҙ кимәлдә булыуында, ти һунарсылар. Ә инде был ҡырағай хайуанды аулар өсөн махсус рөхсәт кәрәк. Юғиһә яуаплылыҡҡа тарттырылыуың ихтимал.
Илмир Ғималетдинов, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе: «Ғафури районының «Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһының» айыу ауларға рөхсәте бар. Шулай уҡ дөйөм файҙаланыу урындарында ла быға ризалыҡ бирелгән. Барлығы - 8  рөхсәт ҡағыҙы тапшырылған. Тимәк, урында һунарсылыҡ эше яйға һалынмаған. Ойоштора белергә кәрәк».
Башҡортостанда тайыштабандарҙың һаны 1400 тирәһе. Күп тә, шул уҡ ваҡытта аҙ ҙа һымаҡ. Августан алып бер йыл дауамында 158 һоро айыуҙы ауларға квота бүленгән. Уларға һунар миҙгеле иһә 30 ноябргә тиклем дауам итә.
Ҡортсолар иһә ҡырағай хайуан менән үҙаллы көрәшен дауам итә. Ҡарауылда - бер өйөр эт. Улар айыуҙарҙың килеүен тиҙ хәбәр итә.  Төнгөлөккә умарталыҡ тирәләй яҡтылыҡ ҡоролмалары ла ҡуйылған. Был да үҙенә күрә - ҡурҡытыу сараһы. Тик тайыштабандар уға бер аҙ өйрәнгән дә инде. Мылтыҡ менән һауаға атыуҙан ғына ҡасыу яғын ҡарайҙар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку