Быйыл йәй тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәргә тиҙ арала компенсация түләп бөтөргә, Әмзә урман эшкәртеү комбинатында хеҙмәт хаҡын тотҡарлау проблемаһын ике аҙна эсендә хәл итергә

Быйыл йәй тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәргә тиҙ арала компенсация түләп бөтөргә, Әмзә урман эшкәртеү комбинатында хеҙмәт хаҡын тотҡарлау проблемаһын ике аҙна эсендә хәл итергә 06.12.2014

Рөстәм Хәмитов бөгөн республиканың төньяҡ райондарында булып  социаль проблемаларҙың үтәлеше менән танышты, халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Эш сәфәренән хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яңауылда йәшәгән Нәсибуллиндар ғаиләһе  29 августы ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына хәтерләй.  Көслө дауыл күҙ асып йомған арала йорттоң ҡыйығын алып ырғыта, өй эсендәге бар йыһазды селпәрәмә килтерә.  Тап ошо көндә  Нәсибуллиндарҙың өсөнсө ейәндәре донъяға килгән була,  әммә ике сабыйыбыҙ теге донъяға китә яҙҙы, мөғжизә менән  генә тере ҡалдыҡ, ти ғаилә ағзалары.
Нәсибуллиндар хәҙер был фажиғәне онота башлаған да инде. Ғаилә ноябрҙә өй туйлаған. Йорт хужалары бәләгә тарыусыларҙы яңғыҙ ҡалдырмаған өсөн республика, район етәкселегенә , мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәтле. Тәбиғәт ғәрәсәтенән Яңауыл ҡалаһында йәшәүселәрҙән тыш ҙур булмаған Кониг ауылы халҡы ла зыян күрә. Ул ваҡытта фажиғә урынына  Рөстәм Хәмитов тәүгеләрҙән булып килгәйне, бөгөнгө сәфәр инде өсөнсөһө. Республика етәксеһе  был юлы ла проблемалар, уларҙың хәл ителеше менән ҡыҙыҡһынды, зыян күреүселәр араһында  ҡәнәғәтттәре лә,  ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.
Август аҙағындағы көслө дауыл һөҙөмтәһендә Яңауыл һәм Краснокама райондарындағы 400-ләп ғаилә йорт-ҡураһыҙ тороп ҡалғайны. Фажиғәлә бер кешенең ғүмере өҙөлдө,  күптәр йәрәхәт алып дауаханаға эләкте.
Тәбиғәт ғәрәсетәнән иң ҙур зыянды Краснокама районының Ҡарый ауылы күргән.   Һанаулы ғына минуттар эсендә бында йөҙҙән ашыу йорт емереклек өйөмөнә әйләнгән. Әле Ҡарыйҙа төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланған. 30-ҙан ашыу яңы йорт һалынған, ҡалғандарына капиталь ремонт үткәрелгән.
Ауылда йорттарҙан тыш,  мал-тыуар күпләп тотҡан кешеләргә һарайҙар төҙөлгән, ихата тирәһе тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ  аҡсалата ярҙам да күрһәтелгән, Әммә халыҡ әйтеүенсә, матди ярҙам бөтәһенә лә килеп етмәгән.
Ваҡ-төйәк проблемаларға ҡарамаҫтан, иң мөһиме ҡышҡа тиклем зыян күреүселәрҙең бөтәһе лә  торлаҡ менән тәьмин ителгән, урамда тороп ҡалыусылар юҡ.  Ҡалған мәсьәләләрҙе лә тиҙ арала хәл итеү ҡарала.  Краснокама менән Яңауылдар   йорт туйлаһа, Нефтекама эргәһендәге Әмзә ауылы халҡы  яңы  фатирҙарға  күсергә ашыҡмай.  Авария хәлендә тип табылған иҫке барактарҙа йәшәүсе 87 ғаилә  улар өсөн төҙөлгән  йорттар йәшәргә яраҡһыҙ тигән фекерҙә. Берҙән нигеҙе ныҡ түгел, икенсенән өйҙәр һыуыҡ, сөнки сифатһыҙ материалдан һалынған. Рөстәм Хәмитов  объекттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң уларҙы икенсе маҡсатта файҙаланыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты, сөнки төҙөүселәр фатирҙарҙы кеше мәнфәғәтенән сығып һалмаған.
Әмзә халҡының күбеһе урындағы урман эшкәртеү комбинатында эшләй, әммә  уларға сентябрҙән бирле хеҙмәт хаҡы түләнгәне юҡ.  Бынан тыш эш хаҡы бик түбән, ни бары 10-12 мең һум тирәһе,  химия цехтарындағы зыян өсөн өҫтәмә юҡ, махсус кейемдәр таратылмай. Рөстәм Хәмитов  етәкселәргә проблеманы ике аҙна эсендә төҙәтергә ҡушты.
Республика етәксеһе төбәктә  шулай уҡ  социаль объекттарҙы ла ҡараны. Мәҫәлән, Яңауыл  агрохолдингы дүрт  хужалыҡты берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.  Төҙөкләндереү эштәренә 30 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған.  Республика етәксеһе сығымдарҙың бер өлөшө ,,500 ферма" программаһы буйынса  ҡайтарыласаҡ тип белдерҙе.  Предприятиела тулы линия яйға һалынған, малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙән башлап әҙер продукция һатыуға тиклем,  агрохолдинг киләсәктә ҡеүәттәрен тағы арттырға ниәтләй.  Республика етәксеһе  Яңауылда быйыл файҙаланыуға тапшырылған балалар баҡсаһында,  һыу таҙартыу, нефть быраулау ҡоролмалары етештергән  предпритиеларҙа ла булды.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку