Быйыл Республика көнө 25-се тапҡыр билдәләнәсәк

Быйыл Республика көнө 25-се тапҡыр билдәләнәсәк 16.09.2015

Байрам көндәрендә Башҡортостандың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә тантаналы саралар үткәреү ҡаралған. Төрлө ижади фестивалдәргә йомғаҡ яһаласаҡ, тематик флешмоб уҙғарыласаҡ. Республика музейҙарында Асыҡ ишектәр көнө ойошторола, теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала.

Китапханаларҙа лекциялар һәи шиғриәт кисәләре үткәреләсәк. Был көндәрҙә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу күҙаллана. Байрам концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында буласаҡ. Унда Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли симфоник оркестр, Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡатнаша. Республика көнөн байрам итеү уңайынан «Шәжәрә байрамы», Сергей Аксаков көндәре, «Башҡорт аты» фестивале ойошторола. Бөтә белем биреү учреждениеларында тематик класс сәғәттәре үткәрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку