Быйыл Рәсәйгә ГМО продукттары индереү тыйылды

Быйыл Рәсәйгә ГМО продукттары индереү тыйылды 15.05.2015

Законға ярашлы,  илдә лә гены модификацияланған үҫемлек үҫтереү һәм хайуандар булдырыу ярамай.  Шулай ҙа, ҡайһы бер белгестәр, бер ил дә ГМО- һыҙ үҙен тулыһынса туйындыра алмаясаҡ, тигән фекерҙә. Икенселәре иһә гены үҙгәртелгән аҙыҡ-түлек зарарлы, тип бара. Ләкин был фәнни күҙлектән  нигеҙләнмәгән. Шуға күрә бәхәстәр ҙә тынмай. Башҡортостан ғалимдары ла ике фронтҡа бүленде.

Роза Әсләмова аҙыҡ-түлек һатып алыр алдынан һәр ваҡыт уның составына иғтибар итә. Утыҙ йылдан ашыу табип булып эшләгән ханым, сәләмәт тормоштоң нигеҙе ашаған ризығыңдан тора, тип иҫәпләй.
Йәшелсә-емеште лә Әсләмовтар үҙ баҡсаларында үҫкәнде генә ашай.  Роза ханымдың тормош иптәше Хәмит Хәбиб улы үҫемлекселек өлкәһе белгесе. Төрлө илдәргә йөрөп йәшелсә-емештәр өйрәнгәнгә күрә, ГМО тураһында ишетеп кенә белмәй. Белгес, бындай продукциянан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, улар аҡса эшләү өсөн генә етештерелә, тигән фекерҙә.
Ҡасандыр витаминдарға бай кишерҙең селекция һөҙөмтәһендә  шәмәхә төҫөнән  ҡыҙыл һарыға әйләнеүен күптәр белмәйҙер ҙә.   Әммә, төҫө үҙгәреүҙән кишерҙең файҙалы сифаттары зыян күрмәгән. Шул уҡ ваҡытта ГМО-ны селекция менән бутарға ярамай. Башҡортостанда был мәсьәләне  Рәсәй Фәндәр  академияһы филиалы белгестәре ентекләп өйрәнә.  
Лабораторияларҙың береһендә Гөлнур Ялсыбаева үҙенсәлекле йәшелсәләр сығарыу менән шөғөлләнә. Ул уйлап тапҡан йәшелсә һеркәләндереүһеҙ орлоҡ бирәсәк.  Белгес,  яңы ГМО үҫемлеге ауыл хужалығы өсөн ҙур ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә. Үҙенсәлекле тәжрибә башланып ҡына тора.
Үҫемлектең генын үҙгәртеп, йәшелсәгә төрлө төҫтәр, яңы сифаттар бирергә мөмкин. ГМО-ның яҡшы яҡтары ла бар.  Мәҫәлән, ошо ысул менән йәнең теләгән сәскә сорты сығарырға мөмкин.
ГМО продукттары сығара башлауға 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уларҙың зыянлы булыу-булмауы тураһында аныҡ мәғлүмәт әлегәсә юҡ. Борсоған һорауҙарға яуап алыу өсөн күпме ваҡыт талап ителеүе лә әлегә билдәһеҙ.
Азат Ғәлиуллин



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку