Быйыл октябрҙән  күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр капиталь ремонт өсөн хаҡты үҙҙәре түләй башланы 23.12.2014

Төҙөкләндереү  өсөн аҡсаны төбәк операторына күсерергә лә, йорттоң махсус иҫәбен асып шунда тупларға ла мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта яңы системаның эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә күп. Берәүҙәрҙең айлыҡ түләүҙәре иҫәпкә алынмай яңынан икеләтә хаҡ менән квитанция килһә, икенселәрҙең  фатир майҙандары  дөрөҫ күрһәтелмәй. Өфөлә йәшәүсе  Роза Хәбибуллина ла ошондай уҡ сетерекле хәлгә юлыға. Уға капиталь ремонт өсөн квитанция ай һайын төрлө хаҡ менән килә башлай. Түләүгә хаҡ бер айҙа 50 квадрат метрҙан ашыуға күрһәтелһә, икенсеһендә-52 квадрат метрға яҡын майҙан өсөн.
Төбәк операторы белгестәре әйтеүенсә, Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн тариф иң түбәне.  Ҡайһы  бер төбәктәрҙә бер квадрат метр өсөн хаҡ 17 һумға барып баҫа, беҙҙә 6 һум.  Ремонт өсөн хаҡты түләү мотлаҡ, апрелдән   бурыстарға пеня һалына башлай. Ә ҡайһы бер түләүҙәрҙең ваҡытында килеп етмәүенә компьютерҙар ғәйепле. Система бөтә  квитанцияларҙы ла  иҫәпләп өлгөрә алмай. Шуға күрә  үткән ай өсөн яңынан түләргә кәрәкмәй. Фатир майҙандарҙың үҙгәреп тороуына килгәндә, был күренеш  тик техник етешһеҙлек.
Азамат Хисаметдинов, Башҡортостан төбәк операторының матбуғат хеҙмәте баш белгесе: «2006-сы йылға тиклем фатирҙың файҙалы майҙанына балкондар ҙа инә ине.  Һуңынан балкон менән лоджиялар  исемлектән алып ташланды.   Әммә  ҡайһы бер иҫәп кенәгәләренә һаман үҙгәрештәр индерелмәгән, бер документта бәләкәйерәк, икенсе урында ҙурыраҡ майҙан теркәлгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика