Быйыл майға тиклем Өфөнөң Инорс биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн ике ер аҫты үткәүеле төҙөкләндерелә башланырға тейеш

Быйыл майға тиклем Өфөнөң Инорс биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн ике ер аҫты үткәүеле төҙөкләндерелә башланырға тейеш 16.01.2015

Калинин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, реконструкция ике этапта алып барыласаҡ. Был көндәрҙә  предприятиеларҙың береһе   баҫҡыстарҙы аҡтарыу менән мәшғүл.  Шулай уҡ яҙғылыҡҡа яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыу, тирә-яҡты төҙөкләндереү күҙ уңында тотола.

Ремонт эштәре тамамланғандан һуң ер аҫты үткәүелдәре муниципаль милеккә тапшырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Инорс биҫтәһендәге объекттарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе бер йыл  самаһы элек күтәрелә башлағайны. Сөнки ул ваҡытта  Сельская Богородская урамы аша сығып барғанда туғыҙ йәшлек игеҙәк ҡыҙҙар  автомобиль аҫтына ҡалып һәләк булды.  Ҡот осҡос фажиғәне бәлки иҫкәртеп тә булған булыр ине. Әммә ул мәлдә ярым емерек хәлдә ҡалған ер аҫты үткәүеле йәйәүлеләр өсөн бикле  торған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку