Быйыл февралдән республикала автомобилдәрҙе эвакуациялау эшенә үҙгәрештәр индерелде

Быйыл февралдән республикала автомобилдәрҙе эвакуациялау эшенә үҙгәрештәр индерелде 27.05.2015

Ул нисек тормошҡа ашырыла? Бөгөн  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары автоһәүәҫкәрҙәргә ҡағылышлы  ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Автомобиль әйтерһең дә, яр һалып хужаһын саҡыра. "Ҡотҡар, мине алып китәләр!" тигән һымаҡ яңғырай сигнализация тауышы. Баш ҡала урамдарында ғәҙәттәгесә, тыйылған урында тороусы автомобилдәрҙе эвакуациялау бара. Ғәҙәттә, транспорт хужаһы машинам 10 минут юл ситендә торһа, бер нимә лә булмаҫ әле тип уйлай.
Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары менән тығыҙ бәйләнештә тәртип боҙоусоларға ҡаршы көрәш алып бара. Һәм улар автомобиль тыйылған урында оҙаҡ тороу-тормауына ҡарап тормай. Тик хәҙер, Башҡортостан парламентарийҙары ҡабул иткән үҙгәрештәргә ярашлы, эвакуацияға әҙерләнгән автомобиль, хужаһы килеп өлгөргән осраҡта штраф туҡталҡаһына эләкмәй.
Роман Петинцев, Өфөнөң автопарковка урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу идаралығы экспедиторы:  «Әгәр ҙә автомобиль хужаһы эвакуатор урынынан ҡуҙғалып киткәнсе килеп өлгөрһә, беҙ автомобилде алып китмәйбеҙ. Тик барыбер эвакуация өсөн түләргә кәрәк. Еңел автомобилдәр өсөн уның хаҡы, мәҫәлән, 480 һум».
Шул уҡ үҙгәрештәргә ярашлы, автомобилде штраф туҡталҡаһында тотоуҙың тәүге 12 сәғәте бушлай, аҙаҡ сәғәтенә 25 һум. Был үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәр һәм эвакуаторҙар араһындағы көсөргәнеште кәметер һәм транспорт сараһын мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарыу мөмкинлеге бирер, ти депутаттар.
Наил Ғиззәтуллин,Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: «Ҡалала тыйылған урындарҙа ҡалдырылған автомобилдәрҙе эвакуациялау башланғас та халыҡта күп һорауҙар тыуҙы. Бәхәсле осраҡтар ҙа йыш осрай. Беҙ был мөрәжәғәттәрҙе ишеттек. Үҙебеҙҙең яҡтан эвакуациялау эшен уңайлы, тәртипле ойошторолоуын теләп административ кодексҡа ошо үҙгәрештәрҙе индерҙек».
Хәҙер шулай уҡ һәр махсус туҡталҡала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәре эшләй. Ул транспорт сараһын ҡайтарыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә. Был рәүешле автомобиль хужаһына  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге бүлегенә барып йөрөргә кәрәкмәй. Тағы бер яңылыҡ - оператив рәүештә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге.  
Яңы сервис ярҙамында һәр автоһәүәҫкәр транспорт сараһының эвакуацияланыуы тураһында белә ала. Бының өсөн махсус сайтта теркәлеү үтергә кәрәк. ЛКВ02 ресурсында тейешле формаларҙы тултырып, телефон номерын яҙғандан һуң, автомобилегеҙ штраф туҡталҡаһына киткән осраҡта телефонығыҙға СМС-хәбәр киләсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика