Быйыл Өфөлә үтәсәк саммиттар унда ҡатнашыусы илдәрҙең сәйәси лидерҙарын ғына берләштереп ҡалмаясаҡ

Быйыл Өфөлә үтәсәк саммиттар унда ҡатнашыусы илдәрҙең сәйәси лидерҙарын ғына берләштереп ҡалмаясаҡ 12.03.2015

Дуҫлыҡ ептәре мәктәп уҡыусылары араһында ла нығыясаҡ. Өфөлә иғлан ителгән «Бөйөк Еңеү төҫтәре» конкурсын ойоштороусылар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең уҡыусыларын да ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡыра.

Конкурстың темаһы - 2-се донъя һуғышын. Унда тәҡдим ителгән рәсемдәрҙә һуғыштағы ҡаты алыш мәлдәре, тыл тормошо һәм Еңеү көнөн дә сағылдырырға мөмкин. Конкурста  7 йәштән 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Талаптарға килгәндә, конкурсҡа А3 форматындағы  ҡағыҙ битендә  төрлө буяуҙар,  ҡәләм йәки башҡа техника ярҙамында  төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә. Рәсемдәрҙе 6  апрелгә тиклем  Өфөнөң район мәғариф бүлектәренә тапшырыу һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика