Быйыл Баймаҡ районының Түбә ауылын тулыһынса зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу күҙ уңында тотола

Быйыл Баймаҡ районының Түбә ауылын тулыһынса зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу   күҙ уңында тотола 14.07.2015

Әлегә ауыл халҡы торлағын мейес ярҙамында йылытһа,  киләсәктә уларҙың күптәре тәбиғи газ индеререп, замана уңайлыҡтары тыуҙырырға уйлай.  

Түбәләр зәңгәр яғыулыҡты түҙемһеҙлек менән көтә.  Газ үткәреү яҡынса 50- 60 мең һум тирәһенә төшәсәк, әммә ул  үҙен тулыһынса аҡлар, ти ауыл халҡы. Тәбиғи газ үткәреү мәсьәләһе оҙаҡ йылдар күтәрелә, тик 2012 йылда ғына  проект әҙерләнә.  
Бөгөнгө көндә урамдарға торбалар үткәрелә.  Әле  эшселәр бағана урындарын ҡаҙыу, бағана ултыртыу менән мәшғүл. Ауыл халҡы билдәләүенсә, заман уңайлығы ауыл тормошона яңы һулыш өрәсәк. Күптәр  әле үк йорттарҙы киңәйтеп газ урыны әҙерләү  хаҡында уйлана.
Берәүҙәр тиҙҙән тәбиғи газ менән ҡуллана алыуҙарына ҡыуанһа, Сапсал йылғаһы аръяғындағы Еңеү урамы тулыһынса аңлашылмаған сәбәптәр менән проекттан төшөп ҡалған. 27 өй хужаһы яғыулыҡһыҙ ҡалыуға зарлана.
Зәңгәр яғыулыҡ  ауылды үҫтереүгә лә этәргес булыр тип көтөлә.  Сөнки заманға ярашлы шарттар бар ерҙә йәштәр ҙә буласаҡ, яңы йорттар ҙа күпләп ҡалҡасаҡ. Һыу, газ проблемаһы хәл ителһә лә, Түбә ауылында юл төҙәтеү эштәре генә ҡала. Был проблема ла хәл ителһә, ауыл тормошо күпкә йәмләнер ине.
Рүзилә Вәхитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку