Быйыл Башҡортостанда иң көслө ташҡын көтөлә

Быйыл Башҡортостанда иң көслө ташҡын көтөлә 17.03.2016

Белгестәр фаразлауынса, Ағиҙел йылдағынан юғарыраҡ күтәрелеүе ихтимал.

Боҙ әлегә китмәһә лә, хәүеф зонаһына ҡараған биләмәлә йәшәүселәргә уяуыраҡ булыу кәңәш ителә. Кәмәләрҙе, һаҙ итектәрен алдан әҙерләп ҡуйыу хәйерлерәк. Өфөнөң Совет районында йылғаға яҡын урынлашҡан йорттар бигүк күп түгел. Ташҡынға башлыса предприятие-ойошмалар эләгеүе мөмкин. Бөгөн Граждандарҙы һаҡлау идаралығы тарафынан уларҙың техник һәм шәхси состав яғынан әҙерлек кимәле ҡаралды.
«Быйыл да Өфөнөң тап ошо райондары башлыса хәүеф зонаһында»,- тип хәбәр итәләр Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Күнекмә барышында Йылға порты һәм һығылмалы валдар заводының техник яҡтан әҙерлеге тикшерелде. Урында тәүлек әйләнәһенә йылғаның күтәрелеү кимәлен күҙәтеүселәр тәғәйенләнгән. Улар мониторинг алып бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку