Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе

Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе 12.10.2015

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Зөһрә Муллағәлиеваны төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Ул иҫке туҡыманан  балаҫ эшләй.

Күҙ бармаҡҡа эйәрмәй. Зөһрә Муллағәлиева иҫке туҡыманан балаҫ эшләү менән күптәп мауыға. Физик мөмкинлектәре сикле булыуға  ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн ташламай. Үҙ ыңғайы менән буш ваҡытын энә, еп менән уҙғара. Ә бының сере ябай, ти оҫта ҡуллы ханым.
Ә был Зөһрә Ғабдрахман ҡыҙының балаҫ эшләгәндә тотонған махсус станогы. Был ҡоролма менән оҫтабикә 1978 йылдан бирле файҙалана. Уны Зөһрә Муллағәлиеваның тормош иптәше эшләгән булған. Был үҙенсәлекле шөғөлдө  тап уның булдыҡлығында дауам итә лә инде.
Башлыса Зөһрә ханым ижади эштәрен күргәҙмәгә сығара. Ул республика, Рәсәй халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Лауреат исемен дә алған
Зөһрә Муллағәлиеваны Учалы халҡы иҫке тауарҙарға йән өрөүсе, ти хөрмәтләп йөрөтә. Ижади эштәренән сәм алған, матурлыҡты  күңеле менән тоя белгән ханым белгәнен башҡаларға ла өйрәтергә лә әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку