Быуаттан ашыу ғүмер 25.03.2016

Бөгөн Ырымбур  өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы Юлтый  ауылында  йәшәүсе Ишбикә Кучаеваға 113 йәш. Ағинәйҙең өлкән ҡыҙы Ғәлиәгә 87, кинйәһе Люциәгә 79 йәш.  

110 йәшенә тиклем күҙҙәре яҡшы күргән, ҡолаҡтары ла ишеткән Ишбикә Фәтҡулла ҡыҙының. Түшәккә бынан йыл ярым элек  кенә ятһа ла, хәтере, зиһене яҡшы. Һуңғы йылдарҙа ул кинйә ҡыҙы  Люциә менән ейәнсәре Мәрйәмбикә тәрбиәһендә.
Ишбикә Кучаева үҙ ғүмерендә биш һуғыш кисергән. Иң аяныслыһы - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан  тормош иптәшенең әйләнеп ҡайтмауы. Еңеүгә тиклем барып еткән хәләл ефете Мәскәү өлкәһендә икенсе ғаилә ҡороп тороп ҡала. 29 йәшендә  яңғыҙ ҡалған  Ишбикәне бер нисә тапҡыр һораталар, әммә ул  өс балаһын үҙе генә тәрбиәләүҙе хуп күрә.
Йөҙйәшәрҙең  тыуған ауылы  Байғужа киләсәкһеҙ ауылдар исемлегенә  индереп бөтөрөлгән. Ишбикә үҫмер сағынан хеҙмәт менән тәрбиәләнгән, иң ауыр йылдарҙа ил кисергәнде йөрәге аша үткәргән. Алһыҙ-ялһыҙ эшләүе лә, тормош-ығы зығыһы ла оло йөрәкле ҡатынды һындыра алмаған. Шуғалыр ҙа уның  өлөшөнә оҙон ғүмер яҙылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика