Быуат шаһиты

Быуат шаһиты 11.12.2015

Бөгөн Кушнаренко районы үҙәгендә йәшәүсе Кәшифә Шәйғәрҙәнова йөҙ йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Әлеге көндә Кушнаренко районы үҙәгендә ғүмер итеүсе Кәшифә Сәхибгәрәй ҡыҙы бер быуатлыҡ тарих шаһиты. Ул батша заманында донъяға килә, балалыҡ һәм үҫмер йылдары революция һәм граждандар һуғышына, ә йәш сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тура килә. Оттепель, тотҡарлыҡтар, үҙгәртеп ҡороу йылдары һәм яңы Рәсәйҙең барлыҡҡа килеүе, заманса технологиялар шаһиты. Тик оло йәштәге ханым ғүмеренең ҡайһы бер осорон ғына хәтерләй. Бала юғалтыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдары...
Тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, Кәшифә Сәхибгәрәй ҡыҙы тылда  фиҙаҡәрлек күрһәтеп, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп тә өлгөрә. Һуғыш ветераны тормош иптәше менән 37 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Һигеҙ бала әсәһе әлеге ваҡытта кинйә ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй.
Йөҙ йәшлек юбиляр тормоштан ҡәнәғәт. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәү уның өсөн оло бәхет. Иң мөһиме, йөҙ йәшкә тиклем етеү түгел, матур итеп донъя көтөү, тормош ҡәҙерен белеү кәрәк, ти бай тормош мәктәбен үткән ханым.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика