Бында йәй етеүен сирен сәскәләре менән бәйләйҙәр

Бында йәй етеүен сирен сәскәләре менән бәйләйҙәр 30.05.2015

Хуш еҫле сәскәгә төрөнөп ултырған сирендәрҙе баш ҡаланың ботаника баҡсаһында йөҙҙән ашыу халыҡ тамаша ҡылды.

Был сирендәрҙең иң билдәлеләре. Уларҙың сорты Салауат Юлаев.  Бөгөнгө сараны юҡҡа ғына сирендәр вальсы тип атамағандар. Ботаника баҡсаһында 500-ашыу ҡыуаҡ шау-сәскәгә күмелгән. Бында донъяла билдәлелек алған 150-нән ашыу сорт үҫтерелә.
Ирек Латипов, паркта ял итеүсе: «Был байрамды интернеттан белдек. Беҙгә ныҡ оҡшаны. Бында сирендәр матур, тыныс».
Сирендәр паркының хужабикәһе Наталья Полякова ойошторған экскурсия  бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Халыҡ уларҙың сорттары, сәскәһе һәм нисек тәрбиәләү хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетте.
Рәфиға Ишбирҙина, паркта ял итеүсе: «Миңә был экскурсия бик оҡшаны. Бында 28 төҫ сирен үҫә. Бик күңелле. Һауа таҙа».
Сирендәр вальсы ботаника баҡсаһында тәүгә ойошторолдо. Япондар сакураны, итальяндар миндаль ағасына байрам ойошторған кеүек, хуш еҫле, наҙлы сирендәр ҙә байрамға хаҡлы,ти  бөгөнгө сараны ойоштороусылар. Борон кешеләр хуш еҫ таратыусы был матур ҡыуаҡтарҙы  ожмах ағасы тип йөрөткән. Ҡасандыр  Өфө лә сирен ҡыуаҡтарына төрөнөп ултырған булған. Сараны ойоштороусылар баҡса һәм парк биҙәүҙән ситләтегән сирендәргә ҡараш ҡасан да булһа яҡшы яҡҡа үҙгәрер тигән өмөттә. Һәүәҫкәр фотографтарҙы, рәссамдарҙы илһамландырған, матур сәскәләргә тамаша ҡылырға теләүселәр өсөн  бындай вальс йыл һайын үткәреләсәк.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика