Бынан 75 йыл элек сентябрь башында Икенсе донъя һуғышы башланған

Бынан 75 йыл элек сентябрь башында Икенсе донъя һуғышы башланған 03.09.2014

Бөгөнгө һүҙебеҙ ул саҡта баштан аяҡ ҡоралланған фашистарҙың техникаһы хаҡында.

Белоруссияның күренекле рәссамы Борис Щитович үҙ ғаиләһе менән Вилейка ауылы янындағы утарҙа йәшәй. Был яҡтар фашистар тырнағынан 1944 йылда ғына азат ителгән. Борис Борисович ул йылдағы әйберҙәр һәм техниканы тарихи ҡомартҡы итеп һаҡлай. Уның улы Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы хәрби техника йыйыу менән мауыға. Улар араһында совет конструкторҙарының немецтарҙан үҙләштергән даналары ла бар.
 Борис Щитович, рәссам, тарихсы, Беларусь Президенты премияһы лауреаты: «Был «Опель-кадет» автомобиле. Икенсе төрлө әйткәндә, «Москвич-401». Уны Германиянан трофей итеп алып ҡайтып күсермәһен эшләгәндәр. Төп нөсхәһендә ул алдан берәр генә ишекле булған».
Ул ваҡыттағы яңы техниканың һәр төрөн күпләп сығара башлау өсөн ил башлығынан фатиха алырға кәрәк булған.
Борис Щитович, рәссам, тарихсы, Беларусь Президенты премияһы лауреаты: «Иосиф Сталин был автомобилде һынауҙа үҙе ҡатнашҡан. Артҡы эскәмйәлә конструктор ултырған».
 Коллегаларының көнләшеүенән, ахыр сиктә золомдан ҡоттары алынып торған конструкторҙар ижади фантазия әүҙемлеге күрһәтеп бармаған. «Опель-кадет», йәғни «Москвич-401» машинаһының да нисә ишекле булырға тейешлеген Сталин үҙе әйткән.
Борис Щитович, рәссам, тарихсы, Беларусь Президенты премияһы лауреаты: «Сталин шоферға туҡтарға ҡушып, конструкторға магазинға сығып бер пачка «Казбек» тәмәкеһен алып килергә бойора. Артҡы ишектәр булмағас, теге бисара аптырап ҡала. «Аңланыңмы?», тип һорай Сталин. Машина юлын дауам итә. Тик шунан һуң ғына ул дүрт ишеклегә әйләнә».
Бөйөк Ватан һуғышының күпселек техникаһы бөгөн шәхси ҡулдарҙа. Белоруссияның яңы асылған хәрби музейы уларҙың үҙендә тупларға тырыша. Немецтарҙың 1943 йылға тиклем сығарылған «Панцер-3» тигән урта ауырлыҡтағы танкын ремонтлап буяп ҡуйғандар. Һуғыш йылдарында ул меңәрләгән ватандаштарыбыҙҙың башына еткән. Музей фашизмдың сығанаҡтарын асыҡлау эшен дауам итә.
Николай Скобелев, Беларусь хәрби музейы директоры: «Залдарҙың береһендә Европала фашизмдың барлыҡҡа килеүенә бәйле әйберҙәр ҡуйҙыҡ. Икенсе бер экспозиция һуғыштан һуң илде күтәреү тарихын бәйән итә».
Ауылымда йәшәүсе фронтовик һөйләгән хәтирә Беларусь музейындағы тағы ла бер әйбергә иғтибарымды йәлеп итте. Һуғыштан ҡайтҡан ул фронтовик «немецтың үҙе быса торған бысҡыһы» бар тигән һүҙҙәре өсөн өс ай төрмәлә ултырып сыҡҡан. 1939 йылда сығарылған, бензинда эшләүсе ул бысҡыны үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде. Арҡылы бысҡы менән урман ҡырҡып, фашистарҙы нисек еңә алдыҡ икән, тигән уй килде башыма.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку