Былтыр торлаҡ-коммуналь хужалығында 18 меңгә яҡын етешһеҙлек теркәлгән

Былтыр торлаҡ-коммуналь хужалығында 18 меңгә яҡын етешһеҙлек теркәлгән 01.03.2017

Ләкин ысынбарлыҡта күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең хоҡуҡтары байтаҡҡа йышыраҡ боҙола. Теркәлгән етешһеҙлектәр былтырғы менән сағыштырғанда, әҙерәк, әммә коммуналь хужалыҡта хәл киҫкен ҡала, тине торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов.

Был турала ул ведомствоның үткән йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын барлау ултырышында белдерҙе. Иң күп хоҡуҡ боҙоуҙар Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында теркәлгән. Дәүләт комитеты үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә фатир хужаларына артыҡ түләнгән  42 миллион һум аҡса кире ҡайтарылған. Ә хоҡуҡ боҙоусы идарасы компаниялар түләгән штраф күләме 26 миллион һумдан ашҡан.
Илдар Шафиҡов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Үткән йыл халыҡтан 21 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттек. Халыҡты башлыса коммуналь түләүҙәрҙе иҫәпләү мәсьәләһе борсой. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙың торошона зарланып шылтыратыусылар ҙа күп. Бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Етешһеҙлектәр бөтөрөлөп, ғәйеплеләр үҙ язаһын алды».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика