Былтыр республикала 2 миллион 651 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

Былтыр республикала 2 миллион 651 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән 11.03.2015

Йорттарҙың шаҡтай ҙур өлөшө шәхси хужалыҡтарға тура килә. Шулай ҙа күп ҡатлы өйҙәр һаны ла  йылдан-йыл арта ғына. Былтыр подряд буйынса төҙөлгән торлаҡ күләме дөйөм күрһәткестең 36 процентын тәшкил итә. Республика был йәһәттән тотош илдә алдынғылар рәтендә. Үткән йыл һөҙөмтәләрен барлап төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ошондай һандар еткерҙе.

Тап һуңғы йылдарҙағы һөҙөмтәле эшмәкәрлек төҙөлөш өлкәһенә  финанс көрсөктөң тәүге тулҡынын еңелерәк үткәреү мөмкинлеге бирҙе. 2015 йыл башында ла  ярайһы уҡ тотороҡло хәл күҙәтелде. Киләһе айҙарҙың нисегерәк килере әле билдәһеҙ. Шуға күрә төҙөлөш тармағына эш алымын үҙәгәртеп ҡороу бурысы ҡуйылды. Ведомствоның көрсөккә ҡаршы көрәш планында торлаҡ төҙөлөшө тәүге урынды алып тора. Эконом класлы йорттар һалыу, ипотека проценттарын кәметеү дәүләт комитетының өҫтөнлөклө йүнәлеше. Социаль объекттар төҙөүҙе финанслауҙа мөмкин тиклем һаҡланырға тейеш.
Хәлит Мәхмүтов, төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: « Төп бурыс торлаҡ төҙөлөшөн һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн халыҡтың һатып алыу мөмкинлеген әүҙемләштереү шарт. Ипотека биреүҙе камиллаштырыу, кредит проценттарын кәметеү  мәсьәләләре дәүләт кимәлендә хәл ителә. Әгәр һорау бар икән, төҙөлөш тә йәнләнәсәк.  Ә бына сәнәғәт төҙөлөшөндә хәл мөшкөл. Беҙ инвесторҙарға  бер нисек тә йоғонто яһай алмайбыҙ. Заказдар кәмей бара».
Социаль объекттар төҙөү ҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Республика былтыр өс тиҫтәгә яҡын балалар баҡсаһы сафҡа индергән. Быйыл да шул уҡ күләмдә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был эште финаслауҙы былтыр уҡ  хәстәрләп ҡалыу социаль объекттар төҙөлөшөн көрсөк шарттарында ла дауам итеү мөмкинлеге биргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку