Былтыр октябрҙә Баймаҡ районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теркәү-имтихан эштәре менән шөғөлләнгән бүлегенең ябылыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙырған

Былтыр октябрҙә Баймаҡ районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының  теркәү-имтихан эштәре менән шөғөлләнгән бүлегенең ябылыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙырған 04.02.2016

Хәҙер курсанттар имтиханды  Сибай ҡалаһына барып тапшырырға мәжбүр, ә автомобилдәрен иҫәпкә ҡуйыусылар хатта, күрше Силәбе өлкәһенә сығып китә.  Бөгөнгө көндә  ҡалала теркәү-имтихан бүлеген кире асыу  буйынса эштәр бара.  

Был көҙ айҙарынан уҡ дауам иткән проблема.  Быға тиклем уңышлы эшләп килгән   теркәү-имтихан бүлегенең ябылыуы буласаҡ водителдәр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.  Хәҙер урындағылар   ике-өс көнләп Сибай ҡалаһында  сиратта торорға мәжбүр. Шулай уҡ был  ауыл кешеһенең  кеҫә яғына ла һуға.
Юлиә Ҡустыбаева, курсант:  «Машинаға документтар юллау, водитель таныҡлығы алыу өсөн ситкә йөрөү уңайһыҙ. Был мәсьәләне тиҙерәк хәл итһендәр ине.  
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был проблеманы  хәл итеү өсөн юғары инстанцияларға ла мөрәжәғәт итә. Сөнки  курсанттарға урында ла   тулы кимәлдә белем биреү һәм күнекмәләр үткәреү  өсөн  бөтә мөмкинлектәр  бар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Баймаҡта был бүлектең   ябылыуы курсанттар өсөн генә түгел, шулай уҡ машиналарын иҫәпкә ҡуйырға теләгән кешеләр өсөн дә  проблемаға әйләнде. Хәҙер улар Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла райондарына йөрөй, хатта күрше Силәбе өлкәһенә лә сығып китә.  
Бөгөнгө көндә Баймаҡ районында  40   меңгә яҡын автотранспорт берәмеге теркәлгән, Баймаҡ һәм Магнитогорск  ҡалаларында ғына Д категорияһына уҡыу мөмкинлеге бар. Йылдан- йыл транспорт менән идара итергә теләүселәр ҙә арта. Тик уларҙың ошондай проблемалар менән осрашҡыһы килерме икән?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку