Был аҙнала Сибай ҡалаһы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Был аҙнала Сибай ҡалаһы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй 19.08.2015

Байрам сиктәрендә төбәктә бик күп саралар уҙғарыла. Ошо көндәрҙә иң яҡшы ҡымыҙ етештереүсене асыҡлау буйынса мәртәбәле бәйге үтте.

Беренсе тапҡыр ойошторолған конкурста республиканың Урал аръяғынан тиҫтәнән ашыу хужалыҡ ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеген данлаған, ҡымыҙ етештереүселәрҙең данын арттырған шифалы эсемлекте пропагандалаусы бәйге еңеүсеһе тип Баймаҡ районынан «Союз» хужалығы танылды.
Ҡымыҙ байрамы Таусылар ҡалаһының күркәм юбилейына арналды. Ойоштороусылар сараның киләсәктә изге йолаға әйләнәсәгенә ҙур ышаныс белдерҙе. Төбәктә шулай уҡ ат сабыштары ла ҡыҙыу барҙы. Үҙ көсөн һынап ҡарарға, Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе спортсылары ла килгәйне. Иң етеҙҙәргә ҡиммәтле бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика