Был аҙнала райондың Күсем ауылында Хәйбуллиндар нәҫеле шәжәрә байрамы үткәрҙе

Был аҙнала райондың Күсем ауылында Хәйбуллиндар нәҫеле шәжәрә байрамы үткәрҙе 18.08.2014

Сара Хәйбулла Ғәлимовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналды. Йыйынға Рәсәй төбәктәренән һәм республика райондарынан 200-гә яҡын кеше йыйылды.  

Күсемдәр ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алды. Заманында Хәйбулла Ғәлимов Күсемдең иң хөрмәтле уҙамандарының береһе була, уларҙың тоҡомо бер урамды биләп ултыра. Әммә йылдар үтеү менән  Хәйбуллиндар төрлө яҡтарға таралыша.  Әле был нәҫелдең  шәжәрә ағасы 300-гә яҡын кешене берләштерә.  

Күсем Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылы булараҡ билдәле. Әле урында ҡаһарман яугирҙың хөрмәтенә асылған музей эшләй.  Был тарихи йорт Хәйбуллиндарҙың  нәҫеле - Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәр Ғилмановтың тырышлығы  менән асыла. Әйткәндәй, заманында ул  бар Күсем ауылының шәжәрәһен төҙөп ҡалдыра, был эште ул йыл дауамында башҡара. Ҡунаҡтар музейҙы ҡарап сыҡты,  Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә асылған обелискка сәскәләр   һалды.  Әбйәлил районы хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә,  районда данлыҡлы нәҫелдәрҙең шәжәрә байрамы даими ойошторола. Был ун туғыҙынсы йыйын.

Киләһе шәжәрә байрамы Ярлыҡап ауылында үтә. Хәйбулла олатайҙың вариҫтары иһә йыйында рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, йәштәрҙе бер-береһе менән таныштырҙы. Республикаға бик күп билдәле шәхестәр биргән был нәҫел  үҙ йылъяҙмаһын яңы сағыу биттәр менән байытыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ете быуынын белергә тейеш тигән хәҡиҡәтте лә онотмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика