Был аҙнала Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Урмансылар паркы асылды

Был аҙнала Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Урмансылар паркы асылды 06.09.2014

Хәҙер ул баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнде. Әммә тәүге көндәр кешеләрҙең мәҙәнилеге түбән булыуын күрһәтте. Сөнки тәбиғәт ҡосағына сығыусыларҙың артынан сүп-сар өйөмдәре хасил булды.

Өфөлә йәшәүсе Әлиә Дәүләтбаева кешеләрҙең тәрбиәһеҙлегенә зарлана. Уның әйтеүенсә, Урмансылар паркы асылыуға бер аҙна ла үтмәне, ә ҡайһы бер урындарҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килде. Был айырыуса шешлек бешереү өсөн ҡулайлашҡан майҙанда  асыҡ күренә.  Бында буш шешәләр, ҡағыҙ киҫәктәре һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы аҙым һайын осратырға мөмкин.
Күркәм тәбиғәт мөйөшө бер йыл элек Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағына бирелгән. Тәүге аҙнала биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу менән уҡыу йорто студенттары шөғөлләнгән. Шулай ҙа киләсәктә Урмансылар паркы өсөн  айырым штаттар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Улар йыйыштырыу эштәре менән бер рәттән,  санитар таҙартыу ҙа алып барасаҡ.  
Ғөмүмән алғанда, сентябрҙең тәүге көндәрендә  Урмансылар паркы кеше менән тулы булды. Күптәр  бында ғаиләләре менән килергә тырыша.  
Урмансылар паркы киләһе йыл тулыһынса кәртәләп алынасаҡ һәм  ер аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмәне тәртипкә килтереү бурысы тора. Башҡарыласаҡ бар эштәр ҙә халыҡ өсөн эшләнә. Ә инде биләмәне бысратыусыларға үҙ мәҙәнилеге өҫтөндә эшләргә лә эшләргә, ти белгестәр. Сөнки  таҙалыҡ йыйыштырылған урында түгел, ә сүпләмәгән ерҙә булыуын бер ваҡытта ла онотороға ярамай.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку