Был аҙнала Европала сифат аҙналығы билдәләнә

Был аҙнала  Европала сифат аҙналығы билдәләнә 07.11.2016

Бөгөн Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгестәре  Иглин районы Шипов ауылы электр  подстанцияһы  трансформаторҙарына һынау уҙғарҙы. Аҙналыҡ сиктәрендә АЗС, медицина учреждениеларында ла тикшереүҙәр ойоштороласаҡ.

Стабилизатор йорт эсендәге электр приборҙарын  электр энергияһы  баҫымы үҙгәрешенән  һаҡлау өсөн урынлаштырыла. Тик 380 Ватт  тәшкил иткән  электр энергияһынан  ул үҙе тоҡанып киткән. Өфө районы Подымалов ауылында  йәшәүселәрҙең телевизорҙары, һыуытҡыстары һәм башҡа көнкүреш техникаһы янған. Ярай әле, ут сыҡмаған. Электр подстанцияһында авария май айындағы йәшенле ямғыр ваҡытында була. Күрелгән зыянды ҡаплатыу өсөн ауыл кешеләренә  байтаҡ инстанциялар буйлап йөрөргә тура киләсәк.
Энерготестр - һуңғы ун йылда  энергетика өлкәһендә  киң ҡулланыла. Ҙур булмаған ҡорамал  трансформатор подстанцияларына  урынлаштырыла. Бер аҙна буйы аппаратҡа  мәғлүмәт туплана һәм уның нигеҙендә трансформатор эшмәкәрлегенең сифаты тикшерелә.
Константин Павлов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең электр энергияһы сифатын һынау  лабораторияһы етәксеһе: «Беҙ трансформатор подстанцияларына махсус прибор ярҙамында һынау үткәрәбеҙ. Үҙәк электр станцияһынан яҡында һәм алыҫта ятҡандарын сағыштырабыҙ. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуына ҡарамай, электр энергияһы тигеҙ таратылырға тейеш».
Ғәҙәттә, ауылдарҙа ут  йәй йәшенле ямғыр ваҡытында, ә ҡыш буран мәлендә һүнә. Ваҡытында тикшереп тороу ошондай  тайпылыштарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
Электр энергияһы менән халыҡты өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү һәм аварияларҙан һаҡлап ҡалыу маҡсатында  подстанцияларҙа ике айға бер тапҡыр күҙәтеү уҙғарыла. Производство предприятиеларында электр менән проблема килеп сыҡһа, ниндәй эҙемтәгә килтереүе мәғлүм, шуға йылына бер тапҡыр ойошмалар мотлаҡ һынау уҙғарырға тейеш, ти белгестәр.    
Владимир Пегов, Шипов ауылында йәшәүсе: «Бында электр энергияһы булмаһа, беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек. Тәүҙә баҡсалар ғына ине, ауыл 18 йорттан торҙо, хәҙер 450 йорт иҫәпләнә. Яҡшы электр бағаналары ултырттылар, сымдар ҙа сифатлы. Бер йортта  ҡыҫҡа ялғаныштан ут һүнһә, бөтә ауыл утһыҙ ултырған саҡтар булды. Хәҙер улай түгел».
Ольга Гордеева, Шипов ауылында йәшәүсе: «Ут һүнгән саҡтар бар. Йылына  биш тапҡыр тирәһе булалыр. Тиҙ тоҡандыралар».
Был аҙнала, ғөмүмән халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты баһалана. 8 ноябрҙә АЗС- тарҙа мобиль лаборатория ярҙамында яғыулыҡ сифаты, уның тейешле күләмдә иҫәпләнеүе тикшерелһә,  9 ноябрҙә медицина учреждениеларындағы ҡорамалдарға контроль һынауҙар үткәрелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика