Әбйәлилдәр «Айыҡ ауыл» конкурсында үҙ көсөн һынай 29.09.2014

Район ошо конкурсҡа нигеҙ һалыусы булып тора, быйыл бәйгелә  Әбйәлилдән Яңауыл, Рауил, Дәүләтша ауылдары ҡатнаша. Ошо көндәрҙә комиссия  ярышҡа  ғариза биргән ауылдарҙың әҙерлеген  ҡарап сыҡты.

Комиссияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев етәкләй. Уның составына мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау тармағы белгестәре инә. Комиссия вәкилдәре ауылдарҙа социаль-мәҙәни, медицина, сауҙа үҙәктәрен ҡарап сыҡты. Айыҡ тормош алып барған ғаиләләр, ауыл аҡһаҡалдары менән осрашты. Мәҫәлән, Рима һәм Даян Дәминевтар әле өй туйларға йыйына, айыҡ туй үткәргән ғаилә ауылдың киләсәге спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған йәштәр ҡулында тигән фекерҙә.

Рауилда комиссия вәкилдәрен ауыл хакимиәте башлығы Нуретдин Хәсәнов ҡаршы алды. Ул биләмәлә спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы көрәш алымдары менән таныштырҙы, эшкә йәштәр ойошмаһы, өлкән быуын вәкилдәренең йәлеп ителеүен билдәләне. Фельдшер-акушер пункты хеҙмәткәрҙәре иһә һуңғы йылдарҙа ауылда тыуым артыуын, алкоголь ҡулланыусыларҙың кәмеүен билдәләй. Дәүләтшалар иһә «йәшел йылан»ға ҡаршы эш урындары асып көрәшә. Ауыл старостаһы Сәғәҙәт Баһаув фекеренсә, кешенең йәшәр урыны, аҡса эшләр ере була икән, ул кире йоғонтоға бирелмәйсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика