Әбйәлил районының Таштимер ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Әбйәлил районының Таштимер ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә 03.09.2016

Әлеге көндә Михайловка ауылында республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға яңы һыу үткәргес һалына. Тотош ауыл буйлап һуҙылған һыу трассаһының оҙонлоғо 11 саҡрым ярым самаһы. Эсәр һыуға ҡытлыҡ кисергән Михайловка халҡы өсөн урамдарҙа 41 һыу колонкаһы ҡуйыласаҡ, яңы һыу башняһының сафҡа инеүе көтөлә. Шулай уҡ 300 метр һайын ут һүндереү машиналарына кәрәкле һыу гидранттарын урынлаштырыу күҙаллана.

Таштимер һәм Әбйәлил ауылдарында ла эштәр яйға һалынған. Ике ауылды тоташтырыусы юл, күпер төҙөкләндерелеп кенә ҡалмаған, яҡтыртыу ҡоролмалары ла урынлаштырылған. Тиҙҙән улар электр энергияһына тоташтырыласаҡ. Әйткәндәй, ул ике ауылдың да күптәнге проблемаһы һаналған. Ул да махсус проект ярҙамында хәл ителде. Таштимер ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат ауылы мәҙәниәт йорто ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Былтыр «Реаль эштәр» программаһы буйынса тәҙрәләре алыштырылһа, быйыл «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» проекты ярҙамында бинаның эс яғы төҙөкләндерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика