Әбйәлил районының Буранғол ауылында яңы күпер сафҡа инде

Әбйәлил районының Буранғол ауылында яңы күпер сафҡа инде 28.08.2015

Ул 2013 йылдың авгусында ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә зыян күргән объект урынына ҡуйылды. Тәү ҡарашҡа һай булып күренһә лә, йылғаның ярҙан сығыуы хәүефле, ти ауылдаштар. Әйтергә кәрәк, төҙөүселәр алдында объекты яңы уҡыу йылына тиклем сафҡа индереү бурысы ҡуйыла. Сөнки  уҡыусыларҙың күбеһе мәктәпкә ошо күпер аша йөрөйәсәк.

Күпер асылыуын буранғолдар оло байрам итеп ҡабул итте. Ошо уңайҙан ауыл йыр-моңдан яңғырап торҙо. Әйткәндәй, районда ҡойма ямғырҙарҙан 23 күпер зыян күргән. Уларҙың һәр ҡайһыһында тиерлек төҙөкләндереү эштәре бара. Октябргә тиклем туғыҙ күперҙең сафҡа инеүе күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку